Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
12 Февраля 2019, 12:04
Каринэ Хәбирова кемдең ғүмерен ҡотҡарыр?
Каринэ Хәбирова ҡанды тәүгә генә бирмәүен белдерҙе.
Башҡортостанда “Изге донор” тигән акция башланды. Уға республика етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров һәм башҡалар ҡушылды.
Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда учреждениеның һигеҙ филиалы эшләй. Уларҙың етәүһе донорҙарҙы акция сиктәрендә ҡабул итәсәк. Был сара йыл буйы барасаҡ.
Акцияла 18 йәше тулған граждандар ҡатнаша ала. Бының өсөн ҡан биреү станцияһына килергә һәм махсус талон алырға, уға штамп ҡуйҙырырға кәрәк. Һәм бер йыл эсендә 15 донация йыйыу зарур.
Тулған купонды Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1 адресы буйынса алып килергә йәки уның сканын йә фотоһын
rspk991@mail.ru
электрон почтаһына ебәрергә. Тәүге 100 ҡатнашыусы бүләккә велосипед аласаҡ. Ә суперприз – Сочи ҡалаһына путевка.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"