Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль 2019, 19:51

Халҡыбыҙҙың һыйлы табыны

XIX быуат уртаһына тиклем башҡорттар малсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнгән, шуға күрә халыҡ медицинаһында йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың һөт продукттары, айырым ағзалары, туҡымалары, физиологик шыйыҡсалары киң ҡулланыла.

Ҡымыҙ элек-электән ябығыу, хәлһеҙләнеү, аҙ ҡанлылыҡ, үпкә сирҙәре, боғаҡ (зоб) ваҡытында һәм тынысландырыу өсөн файҙаланыла. Дауа булараҡ, ҡымыҙҙы башҡорттар айырым эшләй – ул көс биргән һәм иҫерткес эсемлек кеүек һыу ҡушып түгел, тик һөттән генә бешелә. Яңы һауылған һөттө күн һауытҡа йәки ағас тәпәнгә ҡойоп, уға һөт һәм спирт әсеһе барлыҡҡа килһен өсөн ҡымыҙ әсеткеһе өҫтәгәндәр. Ҡымыҙ бешеү процесында бейә һөтөн даими рәүештә оҙайлы ваҡыт бешкәк менән болғап тороу ҙур әһәмиәткә эйә. Ике-өс сәғәттән ҡымыҙ әҙер булған.

Бөгөнгә ҡымыҙ ентекле өйрәнелгән – унда бик күп биологик әүҙем матдәләр, шул иҫәптән биостимуляторҙар, антибиотиктар, витаминдар (бигерәк тә С витамины) табылған. Ҡымыҙ менән дауалау – үпкә һәм бәүел-енес ағзалары туберкулезын, гастритты, нервылар системаһының айырым сирҙәрен, йыуан эсәктең һәм үт ҡыуығының дискинезияһын һ.б. дауалағанда билдәле һәм һөҙөмтәле ысул булараҡ ҡулланыла. Бер үк ваҡытта ул үҙенә дауалау сифаттарын да, диетик аҙыҡтың ҡиммәтле сифаттарын да туплаған.

Республика биләмәһендә ололар өсөн федераль әһәмиәттәге биш – “Шафран”, “Глуховская”, “Йоматау”, Чехов һәм Аксаков исемендәге туберкулезға ҡаршы шифаханалар бар. Ҡоро һөттән ҡымыҙ эшләүҙең яңы, камиллаштырылған технологияһын индереү йыл әйләнәһенә был шифалы эсемлекте төрлө учреждениеларҙа, амбулатория шарттарында ололар һәм балалар өсөн дауалау-иҫкәртеү эсемлеге булараҡ ҡулланыу мөмкинлеген бирә.

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡымыҙҙы кәзә һөтөнән дә эшләйҙәр, һәм был төрҙөң дә дауалау сифаттары юғары баһалана, сөнки ул составы буйынса әсә һөтөнә яҡын.

Ҡорот борон-борондан һалҡын алдыр­ғанда тирләү, организмдан ҡайһы бер гельминттарҙы сығарыу, эс китеүен туҡтатыу, аппетитты көсәйтеү, күңел уйнауын баҫыу өсөн, шулай уҡ йылан саҡҡанда һәм ҡатын-ҡыҙ бала тапҡанда ҡулланыла. Шулай уҡ йөрәк ауыртыуын баҫа һәм күкрәктәге ауыр тойғоно еңеләйтә. Ҡорот һыуы (эркет) өҫтөнә ултырған үңәҙ яраларҙы һәм эренле шештәрҙе дауалағанда файҙаланылған.

Һары майҙы эс ҡатыуын йомшартҡан, гельминттарға ҡаршы сара булараҡ һәм һауа йыйылыуҙан эс ауыртҡанда ҡулланғандар. Сирле бер тында бер йәки ярты стакан иретелгән май эсергә тейеш булған. Әлбиттә, бындай күләмдә ҡулланыу ҡайһы бер осраҡтарҙа (мәҫәлән, киҫкен аппендицит), йомшартыу тәьҫире һөҙөмтәһендә сәләмәтлекте насарайтыуға ла килтергән.

Һөт — һалҡын алдырғанда, үҙәк көйгәндә, аҙыҡ-түлек менән ағыуланғанда яҡшы сара. Яңы ғына һауылған аҡ үпкә туберкулезы һәм башҡа үпкә сирҙәрендә, аҙ ҡанлылыҡ ваҡытында, ябығырға кәрәккәндә һәм организмды дөйөм нығытыусы булараҡ ҡулланылған. Бала имеҙгән ҡатындарҙың һөтө менән күҙҙәр янғанда, конъюнктивит ваҡытында күҙҙе йыуып, сылатҡыстар эшләп дауалағандар.

Башҡорттарҙа шулай уҡ йылҡы, һарыҡ, ҡаҙҙың иретелгән эс майы менән дауалау билдәле. Уларҙы һалҡын алдырғанда ыуы­ныу, еңеләйткән сара итеп файҙаланғандар. Шулай уҡ халыҡ медицинаһында бурһыҡ, айыу майы һәм ите (бигерәк тә туберкулездан дауаланғанда) ҡулланылған. Күгәрсен итен быума йүтәл (коклюш) ваҡытында ашат­ҡандар. Баш ауыртҡанда яңы ғына һуйылған тауыҡтың эс майын һалғандар.

Ваҡ хайуандарҙың тиреһе эмпирик хирургияла ҡулланылған. Конъюнктивиаль ҡап һәм күҙ мөгөҙсәһенә (роговица) нимәлер инеп, уны алып булмаған осраҡта йылан тиреһенән (йылан ҡауы) бәләкәй генә өлөш алына, ентекләп йыуыла һәм күҙ ҡабағы эсенә ҡуйыла. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡау һәм сит әйбер сыға.

Кеше төкөрөгөн эренле конъюнктивит ваҡытында зарарһыҙландырған сара булараҡ ҡулланалар. Ҡолаҡ тишкәндә лә епте төкөрөкләгәндәр, сөнки унда бактерицид матдә – лизоцим бар.

Медицинала боронғо дауалау ысулы булып һөлөк һалыу тора. Уны ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген фәнни медицина күптән раҫлаған. Башҡорттарҙың халыҡ медицина­һында һөлөктө баш ауыртҡанда, әйләнгәндә, түлдән ҡалыу йәки гипертония сиренә бәйле баш шаулағанда (бигерәк тә оло йәштәгеләрҙә күҙәтелә), шулай уҡ бил ауыртҡанда, ҡул һәм аяҡ, теш һыҙлағанда һалғандар.

Башҡорт халыҡ медицинаһында урман ҡырмыҫҡалары ла ҡулланылған. Ҡулдар йәки аяҡтар һулҡылдап һыҙлағанда кешене иләүгә ултыртып, 15-20 минут тотҡандар. Ҡырмыҫҡаларҙың үҙҙәрен ыуыныу өсөн файҙаланғандар. Һауыт төбөнә шәкәр һалып, уны ҡырмыҫҡа иләүенә ултырталар, һуңынан алып, бөжәктәр тулыһынса иреп бөткәнсе, йылы мейескә тығалар. Бындай дауа барлыҡ һулҡылдап һыҙлаған урындарға һөртөлгән. Шулай уҡ уны кеше иҫтән яҙғанда нашатырь спирты урынына ла файҙаланғандар.

Башҡорт балы элек-электән үҙенең дауалау сифаттары менән данлана. Йүкә урман­дарының, төрлө сәскәгә бай яландарҙың һәм далаларҙың күплеге башҡорт балына айырым үҙенсәлек бирә. Бөрйән районының ҡуйы урмандарында әлегә тиклем солоҡсолоҡ һаҡлана. Дауалауҙа башҡорт балын ҡулланыу хәҙер инде тәбиғигә әүерелеп, апитерапия ысулдары киңерәк тарала бара.

Башҡорт халыҡ медицинаһында бал тирләткән сара булараҡ файҙаланыла — уның менән тәнде ыуалар, күкрәккә компресс эшләйҙәр. Һимереүҙән яфаланғанда иртән ас ҡарынға ярты стакан ҡайнатып һыуытылған һыуға бер балғалаҡ бал болғап эсергә һәм ике сәғәт дауамында ашамаҫҡа кәрәк. Кис шулай уҡ йоҡларҙан ике сәғәт алда ас ҡарынға бер ҡалаҡ шыйыҡ бал ашарға. Бындай дауа бер нисә көн дауам итә.

Башҡорттарҙың халыҡ медицинаһында тәбиғәт-климат факторҙары менән дауалау ҙа күптән билдәле. Республика төрлө тәбиғи дауалау сығанаҡтарына бик бай. Уларҙың күпселеге (Асҡын, Асы минераль һыуҙары, Асылыкүл, Мулдаҡ күлдәре, Янғантау һ.б.) төбәк халҡына билдәле була һәм фәнни медицина килеп ингәнсе уларҙы дауалау маҡсатында файҙаланғандар.

Үҫемлектәр, минераль матдәләр, хайуандар ҡулланылған көнкүреш физиотерапияһы (йыуындырыу, ванна, йылытыу, аппликациялар, төрөү һ.б.) процедуралары менән тын юлдарының, терәк-хәрәкәт һәм мускул аппараттарының, биҙгәк торошоноң һәм башҡа ағзаларҙың төрлө сирҙәрен дауалағандар. Бындай физиотерапияның һөҙөмтәлелек барометры булып тирләү торған (тир менән сир сыға). Дауалау процедуралары йөрәк күпме күтәрә, шунса дауам иткән. Йөрәк, үпкә сирлеләрҙең ҡайһы бер категорияһы өсөн бындай көсөргәнеш зыянлы ла булған.

Экзема, ҡысынма, пиодермия, бәшмәк ауырыуҙары ваҡытында тоҙло күлдәрҙә һыу инеү файҙалы тип һаналған. Уларҙағы ләм аппликация формаһында һөйәк-быуын аппараты, мускулдар ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланылған. Бигерәк тә Әбйәлил районының Мулдаҡ күле бик популяр булған. Әлеге ваҡытта күлдең батҡағы нигеҙендә “Яҡтыкүл” шифаханаһы эшләй, Магнитогорск ҡалаһы­ның дауалау учреждениеларында терапия үткәрелә. “Красноусол” курортында батҡаҡ, минераль ванналар менән дауалайҙар.

Янғантауҙың быуын һөйәк, быуын, мускул ауырыуҙарынан файҙаланалар. Тау итәгендә соҡор ҡаҙып, кешене шунда баҫтырғандар, һәм ул тауҙан сыҡҡан йылы быу тәьҫирендә торған. Беҙҙең заманда Янғантауҙың дауалау сифаттары Г.Н. Тереғоловтың (1955) күп йыллыҡ күҙәтеүҙәре менән раҫланған. Бөгөн “Янғантау” шифаханаһы республиканан ситтә лә киң билдәле. Йылы ҡояшлы көндәрҙә, ғәҙәттә, майҙың икенсе яртыһында, июндә йылға һәм күл буйҙарында физиотерапия үҫемлектәр боҫламаһынан ғибәрәт була. Был осорҙа үҫемлектәрҙә дауалау сифаттары көслө. Боҫлама өсөн үләндәр, ағас, ҡыуаҡ япраҡтары ҡулланыла. Бигерәк тә уҫаҡ япрағы юғары баһалана, нығыраҡ һөҙөмтә алыу өсөн уға мәтрүшкә, кейәү үләне (чабрец), артыш ҡушалар. Ерҙә соҡор ҡаҙып, уның төбөндә усаҡ яғалар. Һуңынан соҡорҙо күмерҙән һәм көлдән таҙартып, йылынған ергә үҫемлектәрҙе һалып, сирлене шунда күмәләр. Боҫламаны шулай уҡ мунсала ла эшләйҙәр. Бының өсөн үҫемлектәрҙе ҡайнар һыу менән бешекләп, уны янғансы ҡапсыҡта тоталар.

Үҫемлектәр нигеҙендә мискәләрҙә ванналар яһайҙар. Физиотерапияның киң таралған төрө булып ауырыуҙы ҡыҙған ҡомға күмеү тора. Бик һирәк осраҡтарҙа боҫламаны, ваннаны кипкән үләндәр ҡулланып, ҡышын да эшләгәндәр. Баш ауыртҡанда, теш һыҙлағанда, фурункул сыҡҡанда һ.б. физиотерапия ошо урынға ғына эшләнә. Ағас көлөн, ҡомдо, ҡыҙыл балсыҡты, тоҙҙо, көрпәне, орлоҡто йылытып, тығыҙ туҡыманан тегелгән тоҡҡа һалып, ауыртҡан урынға ҡуялар. Башҡорттарҙың халыҡ медицинаһында мәмерйә һауаһын, атап әйткәндә, Шүлгәнташ мәмерйәһен, файҙаланғандар. Тын ҡыҫылғанда, хроник тымау ваҡытында сирле көн һайын бер-ике сәғәт мәмерйәлә булған.

Халыҡ медицинаһында эс төшкәндә, эс ҡатыу, метеоризм, йөрәк ҡағыу һәм ныҡ ҡурҡҡандан һуң йөрәк тапҡырында ауыртыуҙар булғанда, мускул, быуын ауыртҡанда һ.б. һылау (массаж) киң таралған. Быуын тайғанда, репозиция (һынған һөйәктәрҙе тура килтереп урынына ҡуйыу һәм беркетеү буйынса ярҙам), ҡатын-ҡыҙ кендек әбейе ярҙамында бала тапҡанда дауалау һылауы мотлаҡ компонент булып һаналған. Һылау менән бер үк ваҡытта йылытыу процедураһы йәки мал майы менән ыуыу (һабынлау) башҡарылған. Эс төшкәндә уны мунсала һыларға тырышҡандар. Эстең йылытылған һәм боҫланған өлөшө аҫтан өҫкә табан һыланған һәм бер нисә көнгә бәйләп ҡуйылған, бер нисә ай дауамында ауыр эш тыйылған. Шулай уҡ һылау ваҡытында өшкөрөү ҙә мотлаҡ атрибут булған. Бөгөнгө механик терапияның сығышы боронғо “кернә тартыу” кеүек дауалау ысулына барып тоташалыр, моғайын. Дауалаусы, башы ауыртҡан кешенең ауыртыу көслө булған урындағы сәсен теше менән тешләп, бер нисә тапҡыр тартҡан. Көслө баш ауыртыуы “тиренең һөйәктәргә йәбешеүе”нән барлыҡҡа килә, тип уйлағандар. Ә инде уны “азат иткәс”, баш ауыртыуы туҡтарға тейеш булған.

Ризыҡ әҙерләү өсөн башҡорттар, ғәҙәттә, шишмә һыуын ҡулланған. Улар ҡаты һыуҙағы тоҙҙар ашҡаҙандың лайлалы тышсаһына ултырып, төрлө ауырыуҙар тыуыуға сәбәп була, тип уйлаған. Шулай уҡ йылға һыуы ла файҙаланылған, әммә уны иртә таңдан алғандар. Ағын һыу үҙен-үҙе таҙарта, тигәндәр. Ҡышҡыһын ҡар иреткәндәр.

Халыҡтың күпселеге баҡсасылыҡ менән шөғөлләнмәгән. Йәшелсәне рус һәм украин ауылдарынан һатып алғандар. Йәйгеһен ашарға яраҡлы ҡырағай үҫемлектәр — балтырған, йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ һ.б. күпләп ҡулланыла. Улар, нигеҙҙә, сей килеш ашала. Урманда үҫкән ҡырағай еләктәр — ҡайын еләге, ҡыҙыл көртмәле, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә, муйыл, көртмәле һ.б., яҙғыһын ҡайын һыуы ҡулланыла. Тәбиғәт байлыҡ­тарын ҡулланыу организмдың витаминдарға, ферменттарға, микроэлементтарға, башҡа биологик әүҙем матдәләргә ихтыяжын тулыландырырға ярҙам итә.

Көҙгө-ҡышҡы осорҙағы гиповитаминоз торошонан ниндәйҙер кимәлдә ит-һөт ризыҡтары һәм консерваланған үҫемлек ризыҡтары һаҡлай. Бәлки, шуға күрәлер ҙә XIX быуаттың 70 – 80-се йылдарына тиклем төбәктең аҫаба халҡы араһында зәңге ауырыуы күҙәтелмәй.

Шулай уҡ башҡорттар ҡайнамаған һыуҙың организм өсөн кире йоғонтоһон белгән һәм һыуһын ҡандырыу өсөн сәй эсеүҙе хуп күргән. Уны әҙләп һәм йыш ҡулланғандар. 1899 йылда Д.П. Никольский бер ултырғанда 30 – 40 стакан сәй эскән осраҡтарҙы күҙәткән. Әлбиттә, бындай артыҡ мауығыу йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервылар системаһына артыҡ көсөргәнеш биргән, ҡан шыйыҡланған, сәләмәтлеккә зыян килгән. Һөт ризыҡтарынан ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ эскәндәр, иҫерткес эсемлектәрҙән — һары бал (бал балы), буҙа, ҡымыҙ.

Башҡорт аш-һыуының ассортименты ҙур булһа ла, көндәлек тормошта бер төрлөлөк күҙәтелгән. Байҙар көн һайын итле ризыҡ (бишбармаҡ, ҡуллама) ашаһа, күпселек халыҡ ҡатыҡ йәки ҡорот һалынған өйрә, ярма аштары, бутҡа, сәй менән мөрхәтһенгән. Ит аштарын һирәк күргәндәр, аслыҡ йылдарында төрлө ҡырағай үләнде ризыҡ итеп файҙаланғандар.

Иттән йылҡы, һарыҡ, йорт ҡошо итенә өҫтөнлөк бирелгән. Йылҡы итен ашаһаң, бигерәк тә майлыһын, кешелә һыуыҡҡа тотороҡлолоҡ барлыҡҡа килә тип иҫәп­ләгәндәр. Хәҙерге ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йылҡы ите, башҡа иттәр менән сағыштырғанда, май-кислота составының баланста булыуы менән айырыла. Унда байытылмаған май кислоталары төркөмө (полиненасыщенные жирные кислоты) бар, шуға күрә йылҡы майы еңел үҙләштерелә, йылы һәм энергияны күберәк бүлеп сығара, тимәк, кеше бик өшөмәй.

Малсылыҡ менән шөғөлләнеү башҡорт­тарҙа тиҙ боҙолоусан ризыҡтарҙы консер­валауҙың билдәле формаларын тыуҙыра. Киң таралған ысул — ҡаҡлау. Ит киҫәктәренә еңелсә тоҙ һибеп, уны ҡоро, елләй торған урынға элгәндәр. Иретелмәгән эс майын да шулай консервалағандар. Ҡаҙы эшләү ҙә киң таралған. Эсәктәргә тоҙ һөртөлгән йылҡы майы һәм итен тултырып, шулай уҡ ҡаҡлағандар. Ундай ҡаҙы оҙаҡ һаҡлана.

Башҡорттар бер ваҡытта ла ризыҡҡа талаҡ, лимфа биҙҙәрен ҡулланмаған. Был ағзалар, барьер функцияһын үтәп, организмға эләккән сирҙәрҙе, сит есемдәрҙе туплап тора. Шулай уҡ ҡош-ҡорттоң ҡаны, елеге, мейеһе ризыҡ итеп ҡулланылмаған. Ҡаны ағыҙыл­маған хайуандың ите хәрәм иҫәпләнгән, Ислам йоғонтоһонда сусҡа итен ашау тыйылған.

Һөттө ҡайнатып, бер нисә көн дауамында һаҡлағандар йәки ҡатыҡ, һөҙмә иткәндәр, ҡышҡыһын туңдырғандар. Аҡ майҙы тиҙ арала ҡулланырға булғанда бер аҙ тоҙлағандар, ә инде оҙаҡ һаҡлау өсөн һары май итеп иреткәндәр. Эремсектән әжекәй (ҡыҙыл эремсек) эшләп, уны киптереп, бер нисә ай һаҡларға мөмкин булған.

Ҡорот шулай эшләнә: айыртылған һөттө ҡайнатып, ҙур ағас тәпәнгә йыйып, ҡатыҡ итеп әсетелә. Һуңынан ҡайнатылып, һыуы һарҡытыла, эремсек кеүек һығып алына һәм паста рәүешле масса килеп сыға (йәш ҡорот). Уны оҙағыраҡ һаҡлау өсөн бер аҙ тоҙлап, 7-10 сантиметр диаметрында шарҙар әүәләп, күләгәле урында киптерәләр, ҡайһы бер осраҡта ыҫлайҙар. Кипкән ҡоротто бик оҙаҡ һаҡларға була. Кәрәк ваҡытта уны бысаҡ менән ҡырып, ҡайнар һыуға болғап ҡулланалар. Аҡ май ҡушып ебәргәндә, ул майлы һурпа тәмен бирә. Хатта ике йыл һаҡланған ҡоротта ла С витамины бар. Айырым махсус һауыт талап ителмәгән оҙаҡ һаҡлау мөмкинлеге, ризыҡ булараҡ тулы ҡиммәтлелеге, дауалау сифаттары ҡоротто оҙайлы сәфәр һәм экспедициялар ваҡытында алыштырғыһыҙ итә.

Башҡорттар ҡырағай үҫемлектәрҙе консервалап һаҡлаған. Ер еләгенән, ҡарағаттан, баландан, ҡайын еләгенән ҡаҡ ҡойғандар. Бының өсөн еләктәрҙе бутҡа кеүек итеп төйөп, май һөртөлгән таҡтаға йәйгәндәр. Кипкәндән һуң ҡаҡты торба рәүешендә төргәндәр. Ул оҙаҡ һаҡлана, витаминдарға бай. Ҡайһы бер еләктәрҙе (ҡыҙыл көртмәле, сейә, көртмәле, бөрлөгән һ.б.) һары майға болғап һаҡлағандар. Муйылды, сейәне һ.б. еләктәрҙе киптергәндәр.