Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
18 Февраля 2019, 19:31
Эремсектән татлы бәлеш
200 грамм маргаринға 3 стакан он һалып, ҡул менән яҡшылап ыуырға. Аҙаҡ уға бер йомортҡа, аш һеркәһендә һүндерелгән ярты балғалаҡ сода, 150 грамм шәкәр ҡушып бутарға. Ыуалып торған ҡамырҙың яртыһын майланған табаға һалып, ҡул менән тигеҙләргә. Эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе өлөшө менән өҫтөн ҡапларға кәрәк.Эслек өсөн 0,5 кг эремсеккә 100 грамм шәкәр, 2 йомортҡа ҡушып яҡшылап бутарға. Бәлеште 180 градуслы мейестә 30 – 35 минут тирәһе бешереп алырға.
Әсегән һөттән ҡоймаҡ
Беҙ бер ваҡытта ла әсегән һөттө әрәм итеп түкмәйбеҙ. Төрлө ҡамыр ашы өсөн иң шәбе – ул. Бигерәк тә ҡабарып бешкән ҡоймаҡ (оладушки) яратабыҙ.
0,5 литр әсегән һөткә ике йомортҡа, самалап тоҙ, аш содаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр һалып туҡырға. Самалап он һалып, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр эшләргә. Миксер менән туҡығанда, ҡоймаҡтар айырыуса ҡабарып торасаҡ. Майлы табала бәләкәй генә ҡоймаҡтарҙы ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға кәрәк.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"