Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль 2019, 14:55

Файҙалы кәңәштәр

Хәйләһеҙ—донъя файҙаһыҙ, тигәндәй ҡайһы саҡ тормошта хәйләләп тә алырға тура килә. Әлбиттә, кешене алдау, кемгәлер насарлыҡ эшләү тәңгәлендә түгел, киреһенсә танышыңа ярҙам итеү маҡсаты менән. Түбәндәге кәңәштәр йорт хужаларына ла, хужабикәләргә лә кәрәк булыуы ихтимал.

Тиҙ арала батарейка кәрәк булғанда һеҙҙең ҡулда уларҙың бәләкәйҙәре генә бар икән, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Ике осона фольга йомарлап һалһағыҙ, әйберегеҙ үҙ көсөнә инер.

* Асҡыстарығыҙ күп булыуҙан йыш ҡына буталһағыҙ, уларҙы төрлө төҫтәге тырнаҡ лагына буяғыҙ.

* Аҡ май һыуытҡыста ятып ныҡ туңып китһә, уны ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Уны икмәккә һылау тиҙерәк булыр.

* Кофе бөртөктәре—матур декоратив элемент та. Берәй һауытҡа уны һалып, унда ҡәләм-ручкаларҙы ҡаҙап ҡуйырға мөмкин.

* Йомортҡаны ҡурғанда, ул таралмай ғына матур бешһен тиһәгеҙ, табаға тәүҙә түңәрәкләп ҡырҡылған һуған һалығыҙ. Ә һытылған йомортҡаны шуның эсенә төшөрөгөҙ һәм бешерегеҙ.

* Ҡайҙалыр сөй ҡатҡанда ҡулға һуғыуҙан ҡурҡһағыҙ, сөйҙө кер ҡыҫтырғыс менән тотоп тороғоҙ.

* Ноутбук ҡыҙып киттеме? Уны һыуытыу өсөн аҫтына картондан эшләнгән йомортҡа һауытын ҡуйығыҙ.

* Яңы бешеп сыҡҡан бәлеш өҫтөнә шәкәр пудраһы һибер алдынан, тәмлекәсегеҙҙе биҙәкле салфетка менән ябығыҙ. Пудра уның тишектәренән генә төшөр, бәлештә лә биҙәк барлыҡҡа килер.

* Ашҡа тоҙҙо артыҡ һалып ташлаһағыҙ, уға әрселгән картуф төшөрөгөҙ.

* Ҡулығыҙҙа, бармағығыҙға көнкүреш елеме (супер-клей) йәбешһә, хафаланмағыҙ. Уны һыулағыҙ һәм өҫтөнә тоҙ һибеҙ. Унан йәнә һыу һибегеҙ һәм бер минут тирәһе ышҡығыҙ.

* Банан тиҙ ҡараймаһын тиһәгеҙ, бер нисә банан ҡушылған осон скотч менән уратығыҙ.

* Стенаға бала маркер менән сыйып бөтһә, теш пастаһы ярҙамға килер.

* Бал шәкәрләнеп китһә, уны 1-2 минутҡа микроволновкаға ҡуйығыҙ.

* Ит үткәргесте таҙалауы еңелерәк булһын тиһәгеҙ, иттән һуң сей картуф үткәрегеҙ.
Читайте нас: