Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2019, 13:54

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу һыуынғансы тотоғоҙ. Ошолай итеү эмалде сыныҡтыра.

* Яңы суйын табаны файҙаланыр алдынан тоҙ һалып, көслө утта ҡыҙҙырып алырға кәрәк. Тоҙ һоро төҫкә ингәс, әле ныҡлап һыуынып бөтмәгән табаны ошо уҡ тоҙ менән ышҡығыҙ. Унан һуң табаны үҫемлек майы менән майлап, духовкала ҡыҙҙырып алығыҙ. Бындай эшкәртеүҙән һуң аҙыҡ табаға йәбешмәйәсәк.

* Гәлсәр һәм йоҡа быяла һауыттарҙы эҫе һыуҙа йыуыу, сода йә һабын кеүек таҙартыу саралары ҡулланыу кәңәш ителмәй – улар ялтырау сифатын юғалта, тоноҡлана. Бындай һауыт-һабаны бер-ике ҡалаҡ аш һеркәһе йәки тоҙ һалынған йылымыс һыуҙа сайҡарға кәрәк.

* Эсе ҡарайған алюмин кәстрүлдә аш һеркәһе ҡушылған һыу (бер литр һыуға ике аш ҡалағы аш һеркәһе) ҡайнатып алһаң, ул ағарып китер.

* Тефлон менән ҡапланған һауыт-һаба ҡулланыуҙа бик уңайлы, әммә һаҡсыл мөнәсәбәт талап итә. Ризыҡ әҙерләгән мәлдә бер ҡасан да тимер ҡалаҡ, бысаҡ, сәнске ҡулланмағыҙ. Шулай уҡ бындай һауыт-һабаны ҡоро килеш утта ҡыҙҙырырға ярамай, көслө температуранан уның япмаһы боҙола.

* Балсыҡ һауыт-һаба һатып алһағыҙ, иң тәүҙә уны бер сәғәткә һыуыҡ һыуға һалып тороғоҙ. Артабан ошо һыуҙы ҡайнау хәленә еткереп, кире һыуытығыҙ. Бындай сыныҡтырыу алымы үткән һауыт-һаба температура үҙгәреүенә бирешеп бармаясаҡ. Шулай ҙа балсыҡ көршәктәрҙе алдан ҡыҙҙырылған духовкаға ҡуйыу кәңәш ителмәй.