Аллаға шөкөр, хәҙерге тормошона ла ҡайғырмай ул, пенсияһы ла ҙур. Бөгөн көнө-төнө бил бөгөп эшләгәндәрҙән күберәк тә ала әле. Ана, быйыл ғына уҡытыу эшенә тотонған килене мәктәптән ҡайтып инә белмәй тиерлек. Ҡайтҡас та ҡағыҙҙарға күмелеп ултыра. Ә алған эш хаҡы, Хоҙайым, уның пенсияһының яртыһына етәме-юҡмы.
Бер көн редакцияға барғайны, уларҙың хеҙмәт хаҡы ла юҡтың-юғы. Ғүмер буйы кеше араһында йөрөп өйрәнгәс, өйҙә ятыуы бигерәк ҡыйын икән. Барыһынан бигерәк шуныһы күңелен һыҙлата. Ҡул аҫтында хөкүмәт машинаһы, теләгән еренә сыға ла китә торғайны. Бөтә ерҙә көтөп алынған ҡунаҡ ине...
Ғүмәр Бәхтиәр улы пенсияға сыҡҡас та ун биш йылдан артыҡ эшләне әле. Бәғзеләрҙе хаҡлы ялға йәше етеү менән оҙатыу яғын ҡараһалар, ни өсөндөр уға теймәнеләр. Бының ғилләһен һәр кем үҙенсә юраны. Берәүҙәр “өҫтә кешеһе булғас ни” тип һөйләнһә, икенселәр “түрәләргә ярай белә бит, йәшәй белгәс, йөрөй инде” тип имеш-мимеш һүҙҙәр ысҡындырҙы.
Ысынында иһә ул вазифаһын һәйбәт башҡарҙы, һаулығы ла зарланырлыҡ түгел. Үрҙәгеләргә лә уның хаҡта тегендәй-бындай ҡырын хәбәрҙәр ишетелмәне, коллективы ла етәксеһенән риза ине. Ундай-бындай ялыуҙар менән тегендә-бында сапманылар. Бәй, шулай булмайса! Ундай хужа тағы кемдәргә тәтей әле! Аҙна башында килеп, коллективты йыйып, кәңәшмә үткәреп китһә, төп эше вәссәләм. Кәйефе ҡырылып торһа, ҡайһы берәүҙәрҙе быжғыртып алырға ла күп һорамаҫ. Унан:
– Мин йыйылышҡа барам, өлгөрһәм, килеп етермен, бәлки, юҡ, – ти ҙә китеп бара. Бер аҙҙан берәй районға командировкаға юллана.
Хужа булмағанда харап рәхәт бит ул. Һәр аҙымыңды тикшереп, ҡарауыллап торған кеше юҡ. Кәрәк икән, үҙ йомошоң менән йөрөп киләһең, эштән ваҡытынан алда сығып тайырға ла яйлы.
Ҡасан булһа ла хаҡлы ялға оҙатасаҡтарын аңлаһа ла, әле генә көтмәй ине был көндө Ғүмәр Бәхтиәр улы. Шуға ла быны, ай, ауыр кисерҙе, ай, ауыр кисерҙе. Теге ваҡыт министрлыҡтан килгән кеше, килештереп, нимә тигән була бит әле:
– Эшләмәнең түгел, эшләнең, рәхмәт, хәҙер һеҙгә лә әҙәмсә ял итергә ваҡыт, – тип Рәхмәт хаты, баҙрап торған раузалар тотторҙо.
Коллектив алдында бүләктәрен “рәхмәт” тип ихлас йылмайып алһа ла, аҙаҡ “былар нимәгә хәжәт, үҙҙәренә булһын” тип сәскәләрен дә, ҡатырғаһын да эш бүлмәһендә “онотоп” ҡалдырҙы.
Тәүҙә бигерәк ҡыйын булды. Ыуаланды, ни эшләргә белмәне. Бығаса һаулығына зарланмаһа ла, ҡан баҫымы күтәрелде, йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды, төшөнкөлөккә бирелде. Шаҡтай ваҡыт дауаханала ятып сыҡты.
Ял итергә ваҡыт еткән, имеш. Киреһенсә, эшендә ял итеп кенә йөрөгән ул. Бына хәҙер ят инде дүрт стена араһында күҙеңде таҫрайтып. Коллективта һәр береһе уның күҙ ҡарашынан дер ҡалтырап торһа, ҡайҙа баҫҡандарын белмәй йөрөһә, ә өйҙә, мәрхүмә әсәһе әйтмешләй, эткә һан бар, уға – юҡ тигәндәй. Бисәһе Гөләмдәме, аждаһа, күҙен тырнап асыу менән көндө наряд биреүҙән башлай.
– Сүп биҙрәһен түгеп керһәң, ни була? Шуны ла минең әйтеү хәжәтме ни... Шул диванға артың йәбешкәнме әллә?..
– Балаҫҡа бер иле туҙан ҡунған. Бер минең генә донъямдыр шул...
Элек магазиндан аҙыҡ-түлекте шоферы алып барып ҡуйһа, хәҙер бөтәһе лә үҙенең елкәһенә төштө. Ҡатынының әмере әҙер генә:
Ейән-ейәнсәрҙәре лә килгән ике арала тамам хыялый итеп бөтә.
– Олатай, ат итеп йөрөт, олатай, әкиәт һөйлә…
– Олатай, магазинға барайыҡ, туңдырма ашағы килә.
Ғәжәп – элек телефон тауышына яуап биреп өлгөрмәһә, хәҙер шылтыратыусы ла, хәл белешеүсе лә юҡ. Тыуған көн, Яңы йыл байрамдарында ҡотларға тип хатта райондарҙан килеп етә торғайнылар. Ҡабул итеү бүлмәһендә оҙон сират һуҙылып китер ине. Хәҙер бүләк, күстәнәс ташыусылар шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Хатта быйыл тыуған көнөндә иҫенә төшөргән кеше лә булманы. Әйтерһең, тормошо икегә бүленде.
Тамам елһетте өйҙә ятыу. Шуға ла элек ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәре, фәлән районға командировкаға йыйынам, тигәс, форсаты сыҡҡанда тип, бөгөн уның менән елләнеп ҡайтмаҡсы булды.
Тәбиғәттең ғәжәп матур мәле. Был яҡтар бигерәк тә күркәм. Шағир һәр шиғырында тыуған яғын, тауҙарын, йылғаларын тиккә юҡһынып, маҡтап яҙмағандыр. Бар тәбиғәт ҡарҙан әрселеп, тереклектең уянған мәле. Ағастар йәшел күлдәген кейгән. Ошо күренеште күҙәтеп килгән Ғүмәр Бәхтиәр улының кәйефе көр, ул татлы уйҙарында бәүелә.
Иҙән йыуыусыһы, ингән-сыҡҡан һайын машинала ултыртып йөрөтөүсеһе, ҡулына ҡәһүә килтереп тоттороусыһы менән бергә тиҫтәнән ашыу хеҙмәткәрҙән торған коллективҡа түрәлек итте ул. Бәләкәй булһа ла, абруйлы, билдәле ойошма ине. Үҙе баш, үҙе түш, тигәндәй. Аҙна башында юғары урындарҙағы кәңәшмәләрҙә күҙгә салынһа – вәссәләм. Йәнә лә бер вазифаһы бар: бухгалтер индергән иҫәп-хисап ҡағыҙҙарына сусҡа ҡойроғо кеүек бормалы-бормалы имзаһын төшөрөү. Ә ҡалғанын замдар башҡара. Әгәр саҡ ҡына берәйһе сығынсылай башлаһа, теҙгенде ҡаты тотто:
Эшләргә теләмәһәң, ана ғариза яҙ, берәү ҙә тотмай. Һинең урынға йөҙләгән кеше эш һорап йөрөй.
Ә үҙе, теләһә, берәй районға командировкаға сыға ла китә. Бигерәк ихлас, киң күңелле шул беҙҙең халыҡ. Ҡасан киләһегеҙ, тип көтөп торалар. Ә инде бер барып ҡапһаң, ҡайтармай ыҙалаталар.
Ғүмәр Бәхтиәр улы был районда нисә тапҡыр булыуын хәҙер үҙе лә иҫләмәй. Бер нисә йыл элек тәбиғәт ҡосағында ойошторолған байрам уның күҙ алдынан үтте. Бигерәк шәп булғайны. Һый-ниғмәт менән табын тулған, мунса... Йырсы ҡыҙҙар, бейеүселәрҙе саҡырғандар...
Иң тәүҙә улар мәғариф идаралығына юлланды.
– Ғабдулла дуҫты күреп сығайыҡ әле, – тип телгә килде Ғүмәр Бәхтиәр улы. – Шәп йәшәнек, әй. Мирауай егет. Теге ваҡыт алтын юбилейына ла саҡырҙы. Бигерәк яҡшы үткәйне. Маҡтаулы исем алғанда ныҡ ярҙам иттем уға. Өфөгә килһә, миңә инмәйенсә китмәй торғайны.
Ғүмәр Бәхтиәр улы дуҫы менән ишектә осрашты.
– Ана, Ғабдулла Ғаянович үҙе беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡан, – тип ҡосаҡлашып күреште улар.
– Ниндәй елдәр ташланы? – тип һораны Ғабдулла Ғаянович.
– Бына һеҙҙе күреп сығайым тигәйнем.
– Бик һәйбәт, бик һәйбәт. – Дуҫы йөҙөнә һаран йылмайыу ишараты сығарҙы. Унан ҡулындағы сәғәтенә ҡул һалды ла:
– Ғәфү итегеҙ, минең ваҡыт яғы бик тығыҙ, кәңәшмәгә саҡырҙылар, – тип ҡабаланды. – Ярай, башҡа ваҡытта осрашырбыҙ әле.
Күпме килеп, дуҫының тәү тапҡыр шулай ҡыланыуына ғәжәпләнһә лә, үпкәһен һиҙҙермәне Ғүмәр Бәхтиәр улы.
Улар мәҙәниәт бүлегенә йүнәлде. Унда ла шәп дуҫы бар. Маҙһар Әҡсәнович тип йөрөтәләр уны. Оҙаҡ йылдар бергә аралашып йәшәнеләр. Теге ваҡыт уның улына университетҡа ингәндә лә ярҙам итте. Бәхеткә күрә, дуҫы бүлмәһендә ине. Хәл-әхүәл белешеп, бер-береһенең донъя хәлдәре, балалары хаҡында бер аҙ һөйләшеп ултырғас, Маҙһар Әҡсәнович стеналағы сәғәткә ҡарашын йүнәлтте лә:
– Ҡара, һуңлап барам, район хакимиәтенә кәңәшмәгә барырға кәрәк бит, – тип урынынан торҙо. – Ғәфү ит, башҡа ваҡытта иркенләп ултырырбыҙ әле.
Унан шкафтан пальтоһын алып кейеп, Ғүмәр Бәхтиәр улына ҡулын бирҙе:
– Ярай, һау булып тороғоҙ. Инеп хәл белгәнегеҙ ҙур өсөн рәхмәт!
Был көндә Ғүмәр Бәхтиәр улын йортона ҡунаҡҡа саҡырыусы ла булманы. Тәү тапҡыр ҡунаҡханала йоҡланы ул. Кешеләр ҡайһылай тиҙ үҙгәрә. Элек дуҫтар тегеләй булһа, хәҙер былай икән, тип уйланы элекке етәксе.