Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 6,8 миллиард һум бүленде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
«Юбилей» объекттары араһында — 19 мәктәп, 14 балалар баҡсаһы, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары, ике янғын депоһы һәм 12 спорт комплексы, шул иҫәптән Өфөнөң Затон биҫтәһендә Спорт әҙерлеге үҙәге. Һуңғыһында быйыл уҡ Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары уҙа.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың 100 йыллығына республикала бөтәһе 100-ҙән ашыу яңы инфраструктура объектын һалыу күҙаллана. Уларҙы «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһы сиктәрендә төҙөйҙәр.
«Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» проекты төҙөлөштәренең барыһы ла социаль әһәмиәткә эйә. Объекттарҙы 2019 йылда республиканың 100 йыллығына тамамлау күҙаллана.