Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2019, 23:46

Сәскәйҙәрең толом-толом...

Элегерәк өлкән йәштәгеләр өсөн сәсте ҡыҫҡа итеп киҫеү оҡшай тиһәләр, хәҙер стилистар был фекер менән килешмәй.

Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки олоғая барған һайын биттә, муйындарҙа һырҙар барлыҡҡа килә, һимеҙҙәрҙә ике эйәк хасил була. Бына ошо етешһеҙлектәрҙән тар-тынаһың икән, һиңә сәс ярҙамға килә лә инде.

Олоғая барған һайын йөҙөң генә түгел, сәс төҙөлөшө лә үҙгәрә, ҡойола башлай, йоҡа сәскә килешле генә прическа эшләүе лә ауырлаша.

Әгәр ҙә сәсең матур һаҡланған икән, яурынға етеп торғансы киҫтерергә мөмкин. Быға бигерәк тә каре прическаһы килешә. Сәс йоҡа булһа, уны киртләсләп, бүлгеләнгән формала (градуировка) киҫергә мөмкин. Ә прическа формаһын бит төҙөлөшөнә, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап һайларға кәрәк. Мәҫәлән, маңлай һырҙарын ҡаплау өсөн сәсте маңлайға төшөрөп йөрөтөргә була. Шуны иҫтә тотоғоҙ: ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, ул һәр саҡ матур, донъя йәме булып ҡала. Шуның өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың олоғайғас та йөҙҙәре балҡып, прическалары үҙенә йәлеп итеп торорға тейеш.

Ҡатын-ҡыҙҙы сәс матурлай. Шуға сәстәрегеҙ тәрбиәле булһын.

Һеҙҙең өсөн бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ:

* Сәстәргә йышыраҡ маска эшләргә тырышығыҙ. Әгәр ҙә улар ҡойолһа, сифатын юғалтһа, һеҙгә түбәндәге рецепт килешер: 4 йомортҡа һарыһына 2 аш ҡалағы бал, 1 балғалаҡ үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ коньяк ҡушып бутарға. Сәскә һөртөп, 30-40 минут тоторға. Һуңынан йыуырға. Был маска сәстәрҙе нығыта. Әгәр ҙә сәсегеҙ майлы булһа, көнбағыш майы ҡушмағыҙ.

* Аҙнаһына бер тапҡыр сәсегеҙҙе үлән төнәтмәһе менән сайҡатығыҙ. Төрлө үләнде бергә ҡушырға ярамай. Бер ҡабат сайҡатҡанда кесерткән, икенсе тапҡыр аҡ сәскә төнәтмәһен ҡулланығыҙ. Кесерткән иһә баштағы ҡауаҡты ла бөтөрә, сәстең тиҙ үҫеүенә булышлыҡ итә.

* Фен менән киптермәгеҙ, ул сәстең төҙөлөшөнә кире йоғонто яһай.

* Сәстәр һалҡындан һәм эҫе ҡояш нурҙарынан “ҡурҡа”.

* Яһалма буяуҙар сәскә кире йоғонто яһай.

* Сәстең осон киҫтереп торһаң, тиҙерәк үҫә тигән ҡараш дөрөҫ түгел.

* Йылға һыуы менән сайҡатһаң, ул көс өҫтәй.

* Сәс өсөн эркет һыуы ла файҙалы.
Читайте нас: