Груша менән алма һалҡында этилен бүлеп сығара башлай. Был башҡа ризыҡтарға насар тәьҫир итә.
Һыуытҡыста банан тиҙерәк ҡарая.
Ҡабаҡ менән цуккини түбән температурала тиҙерәк серей, күгәрә башлай.
Зәйтүн майының һыуыҡта файҙалы микроэлементтары юҡҡа сыға.
Һыуытҡыста һаҡланған бәрәңге шулай уҡ тиҙерәк серей. Шуға ла уны иҙән аҫтында йәки баҙҙа һаҡларға кәңәш итәләр.
Һуған һыуын юғалта, шиңә башлай.
Һалҡын һауанан бал да файҙалы сифаттарын юғалта.
Икмәк һыуытҡыстағы барлыҡ еҫтәрҙе үҙенә һеңдерәсәк, уға ят тәм керә.
Шоколад, печенье, вафлиҙарҙы ла һыуытҡыста һаҡламау хәйерлерәк. Шоколад һыуыҡта аҡ өҫлөк, күгәрек менән ҡаплана, печенье, вафлиҙар иһә йомшара башлай.
Йомортҡаларҙы ла һыуытҡыстың ишегендә һаҡларға кәңәш итмәйҙәр. Был һыуытҡыстың иң йылы урыны. Бында йомортҡа тиҙерәк боҙола. Йылыла сальмонеллез ауырыруы таралыу ҡурҡынысы ла бар.