Дим буйҙары
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2019, 16:21

Файҙалы дәрестәр исемлегенән ҡайһылары төшөп ҡалған?

Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге тикшеренеү үткәргән.

Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса, рәсәйҙәр мәктәп программаһындағы математика, тарих һәм рус телен иң файҙалы дәрестәр тип иҫәпләй. Күпселек фекеренсә, был фәндәрҙе яҡшы үҙләштереү киләсәктә лә кәрәк буласаҡ.

Рәсәй халҡы фекеренсә, иң кәрәкле фәндәр:

Математика — 72 процент;

Рус теле — 64 процент;

Тарих — 38 процент;

Физика — 33 процент;

Сит телдәр — 23 процент;

Химия — 18 процент;

География — 14 процент;

Информатика — 12 процент;

Физкультура — 11 процент;

Биология — 10 процент.

Музыка, рәсем, тормош именлеге дәрестәре һәм технология иң “файҙаһыҙ” дәрестәр исемлегенә ингән.

Һораштырыуҙа 18 йәштән өлкәнерәктәр ҡатнашҡан.
Читайте нас в