Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март 2019, 17:40

Ниндәй бүләк һайларға?

Тәбиғәттә яҙ һулышы һиҙелә, күңелдәр күтәренке. Етмәһә, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө лә етте. Әлбиттә, байрам бүләкһеҙ, сюрприздарһыҙ булмай. Был көндәрҙә ир-егеттәр гүзәл заттарға ниндәй бүләк һайларға, уларҙы нимә менән һөйөндөрөргә, нисек күңелдәрен күрергә тип баш вата.

Халыҡта энә лә бүләк, дөйә лә бүләк тигән әйтем киң таралған, шулай ҙа һәр кем үҙ зауығынан сығып бүләк һайлай. Avito сервисы үткәргән һораштырыу буйынса ҡиммәтле йөҙөк-беләҙектәр өсөн 43 процент гүзәл зат тауыш биргән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 34 проценты хушбуй һәм төрлө биҙәнгес саралары алырға теләй. 22 проценты – бүләк булараҡ сертификат, 18 проценты техника һәм сәйәхәткә путевка көтә икән.

Ә бына бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан үткәрелгән һораштырыу һөҙөмтәләре билдәле. Ҡатын-ҡыҙҙарың 38 проценты бүләк итеп ялға йүнәлтмә алыр ине. Һораштырыуҙа ҡатнашыусыларҙың 36 проценты сәскәгә лә риза, 23 проценты иһә театрға йәки концертка билетты ла яратып ҡабул итә.

Бүләк сертификаттары ла яҡшы тип һанала. 18-ҙән 24 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында 35 проценты, һораштырыуҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһының 23 проценты сертификатҡа ыңғай ҡарай. Бүләктәр исемлегендә гаджеттар (16 процент), көнкүреш приборҙары (14 процент), ювелир биҙәнеү әйберҙәре (13 процент) һәм башкалар бар.

Ирҙәр араһында ла һораштырыу үткәргәндәр. Улар бүләккә яҡынса 3 мең һум аҡса туҙҙырмаҡсы икән. 34 процент ир 1-3 мең һумлык бүләк алырға йыйына. 18 процент ир бүләк өсөн бер мең дә күп тигән. 19 процент ир-ат 8 мартка 3-5 мең тирәһендә бүләк алырға риза. Көслө заттарҙың 16 проценты 5 һәм унан да ҡиммәтерәк хаҡҡа бүләк алмаҡсы.

Ир-аттарҙың 68 проценты иһә ҡатын-ҡыҙҙарға сәскә, 22 проценты косметика һәм парфюмерия, 22 проценты кәнфит-шоколад, деликатестар, спиртлы эсемлектәр, 10 проценты концертҡа билет һәм көнкүреш приборҙары бүләк итергә йыйына. Кинотеатрға билет, ссәкә бәйләме, йомшаҡ уйынсыҡ һатып алыу, ҡатынын «Макдоналдс»та ашатыу менән генә сикләнеп бүләк биреүҙән ҡотолоусы ир-аттар ҙа бар икән. 36-45 йәшлек ир-аттар бүтән яшьтәгеләргә ҡарағанда бүләкте теләберәк бирә, ә бына көслө заттың 7 проценты бөтөнләй бер нимә лә бирмәҫкә уйлай.
Читайте нас: