Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Март 2019, 19:35

Приборҙар ҙа яңылыша!

Сибайҙа көкөрт диоксидының 54 тапҡыр артыуын теркәгән датчик ватылған. Был хаҡта бөгөн «Сибай,һулыш ал!» ижтимағи ойошшмаһы активистары иғлан итте. Йыһаз Сибай ҡалаһы, Нуриманов урамы, 5-се йорт адресы буйынса урынлаштырылғайны.

"Кисә 17:00 сәғәттә көкөрт диоксиды артып киткән һәм төн буйы төшмәйенсә торған", - тип хәбәр итә"ВКонтакте " социаль селтәрендә үҙ төркөмөндә йәмәғатселек активистары.

Был вакытта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Дәүләт аналитик контроль идараһы рәсми лабораториялары үлсәүҙәр үткәргән һәм һауала көкөрт диоксидының рөхсәт ителгән норманан артыуын күрһәтмәгән.

Барлыҡ мәғлүмәттәр Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтында урынлштырылған рәсми протоколдарға индерелгән.

Йәмәғәтселек һүҙҙәренә ҡарағанда, улар йома көндө датчикты икенсе урында һынап ҡараған һәм унда ла ул шул уҡ һандарҙы күрһәткән.

- Прибор 10 тапҡырға артыҡ күрһәтте һәм унан да түбәнерәк төшмәне. Әлбиттә, был нормаль түгел. Шуға күрә ял көндәренән һуң, йәғни дүшәмбе, етештереүсегә шылтыратасаҡбыҙ һәм уны гарантия буйынса кире ебәрәсәкбеҙ», — тип аңлатты төркөмдә яҙышыусы активистар.
Читайте нас: