Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
11 Марта 2019, 08:06
Ҡурҡыныс сувенир
Бөйөк Британия турисы осраҡлы рәүештә аяҡ кейемендә Австралиянан Шотландияға йылан алып ҡайтҡан.
Добавить в предпочтительные источники Google
Шотландиялы Мойра Боксолл исемле ханым Эдинбургҡа ҡайткас сумаҙанын бушатҡанда аяҡ кейеменә кереп уралып ятҡан йыланды таба. Башта ул йыланды уйынсыҡ ҡыналыр тип уйлай. Әмма ул ысын булып сыға. Йылан хатта сәйәхәтсе ханымдың аяҡ кейеме эсендә үҙенең тиреһен һалырға ла өлгөргән була.
Һуңыраҡ йыландың ағыулы булмаған тимгелле питон булыуы асыҡлана. Әйткәндәй, рептилиялар һөйөүселәр уны йорт хайуаны итеп аҫрайҙар икән. Питон сумаҙанда Маккай ҡалаһынан Эдинбургка тиклем 15 мең саҡрым ара осҡан.
Әйткәндәй, быйыл ғинуарҙа 60 йәшлек бер ҡатын үҙенең итәге аҫтында сик аша 24 ҡом сысҡанын алып сығырға маташҡанда тотола. Таможенниктарҙы башта уның сәйер атлауы йәлеп итә, шуға ла уны тентей башлайҙар. Был ҡатын итәге аҫтында сысҡандарҙы тултырған булған. Айырым ойоҡта ултырған һәр йәнлек ҡатындың аяғына урап бәйләнгән булған.
"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"