Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2019, 00:51

Ҡаҙ ҡаҡлау ысулы

Башҡорт-татар халыҡ мәжлестәрендә ҡаҙҙың урыны табын түрендә. Ҡыҙ һорарға баралармы, ҡоҙаларға ҡунаҡҡамы, йәиһә сит илгә сығалармы, уңған хужабикәләр ҡаҙҙы бешереп йәки ҡаҡланғанын алып бара.

Ҡаҙҙарҙы туңдырғыстан алып ебетергә, йыуырға, бер аҙ киптерергә, тоҙҙо йәлләмәйенсә тышына һәм эсенә ышҡырға, эсенә тоҙ һалып ҡалдырырға, шулай эшләгәндә эсе күгәрмәй. Теләгән кеше һарымһаҡ менән дә ышҡый. Бының өсөн һарымһаҡты ваҡлап турарға кәрәк. Һарымһаҡ менән ышҡығас, ул бер сәғәт һеңеп торһон. Тоҙҙо һарымһаҡтан һуң ғына ышҡырға. Бер ҡаҙға яҡынса 300-350 грамм тоҙ кәрәк.
Артабан ҡаҙҙы ҡағыҙ тоҡҡа йәки "һулай" торған сепрәккә төрөп, ел һуға торған ергә элеп ҡуйырға (сормаға). Май аҙаҡтарында эсенән тоҙон алырға, йыуырға һәм өҫтөнә ҡайнар һыу һибергә. Ҡояш төшә торған урынға элеп ҡуйырға. Ҡояш яҡшы ҡыҙҙырғанда 2-3 көндән, йәғни ҡаҙҙың майы үтә күренмәле була башлағас, әҙер тигән һүҙ.
Шуныһын да иҫтә тоторға кәрәк: ҡаҡланған ҡаҙҙы һыуытҡысҡа ҡуймау хәйерле, юғиһә, тәме “китә”, шулай уҡ ҡояшлы урында ла тоторға ярамай, сөнки кибеп китәсәк. Һалҡынса, ҡояш төшмәй торған урынға ҡуйһағыҙ була.
Читайте нас: