Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2019, 12:57

"Алтын һөт"

Быуындар һыҙлағанда, мускулдар ялҡынһынғанда, гормональ тайпылыштар булған осраҡта, хәлһеҙлек күҙәтелгәндә «алтын һөт» ҡайнатмаһы бик тә килешергә тейеш. Улай ғына ла түгел, ул тән тиреһен эстән йәшәртә, нервыларҙы, йөрәкте тынысландыра.

Борос тәме килеп торған, иҫ киткес тәмле был эсемлек иртәнге ҡәһүәне лә алыштыра ала.

Кәрәк:

(бер порция өсөн)

* 3,2% -лы майлылыҡтағы 200 мл һөт;

* 1 балғалаҡ куркума;

* 1 семтем төйөлгән ҡара борос;

* 50 мл һыу;

* 1 ҡалаҡ бал;

* 1 балғалаҡ зәйтүн майы.

Эш барышы:

1. Һауытҡа 1 сәй ҡалағы куркума, бер семтем төйөлгән ҡара борос һалабыҙ. 50 мл һыу ағыҙабыҙ. Утҡа ҡуябыҙ, ҡайнау хәленә еткәс, болғата-болғата, ҡуйырғансы 6 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Ул паста булып өлгөрөргә тейеш.

2. Шул барлыҡҡа килгән пастаға 1 стакан һөт һалабыҙ ҙа 30-40 градусҡа тиклем йылытабыҙ.

3. Артабан ҡатнашманы уттан алабыҙ. Блендер һауытына 1 ҡалаҡ бал,1 балғалаҡ зәйтүн майы (бәҙәм сәтләүеге майы, ҡабаҡ орлоғо майы булһа ла ярай) һәм барлыҡҡа килгән «алтын» ҡатнашманы ла ошо һауытҡа һалабыҙ. Блендер менән күбекләнгәнсе бер нисә секунд ҡабартып алабыҙ.

4. Бына «алтын һөт» әзер. Стаканға һалып, эсеп ебәрергә лә була. Уның күбеге ирендәрҙе әле шаҡтай ваҡыт иркәләп, ҡытыҡлап торор.

Пастаны күберәк итеп әҙерләп ҡуйырға ла була. Уны өс аҙнаға тиклем һыуытҡыста һаҡлап була. Бының өсөн иртә менән йылы һөт һәм бал ғына ҡушырға кәрәк буласаҡ.

Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: