Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2019, 14:13

Исем кеше яҙмышына нисек тәьҫир итә

Исемең "А"ға башланһа, уҡырға кереү шансың арта, ә "Я"нан башланһа, магазинға йөрөргә яратаһың, имеш. Ғалимдәр фекеренсә, алфавиттың һуңғы хәрефтәренән башланған исемле кешеләрҙең шопоголик булыу шансы ҙурыраҡ икән.

Исемдәрҙең кеше яҙмышына тәьҫир итеүе хаҡында дин әһелдәре йыш әйтә. "Комсомольская правда", Шиппенбург университеты ғалимдары тикшеренеүҙәренә таянып, исемдәрҙең һәм атамаларҙың тәьҫире тураһында фәнни тикшеренеүҙәр тураһында яҙа.

Исемдәре ҡыҫҡа һәм ябайырыҡ булған һайын кешеләргә әйләнә-тирәләгеләр менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу яйлыраҡ, тип яҙа гәзит. "Ябай" исемле кешеләргә эшкә урынлашыу еңелерәк: ундайҙар ыңғай ҡараш тыуҙыра. Был ойошма атамаларына ла ҡағыла – ябайырыҡ булған һайын, кешенең хөрмәте арта.

Шулай уҡ кеше үҙенең исеменә оҡшаш исемдәргә ҡарата ыңғай ҡарашта икәнлеге асыҡланған. Әйтәйек, директор Ринат икән, ул Мөхәммәт йәки Эдуардҡа ҡарағанда, икенсе Ринатты ҡулайырыҡ күрәсәк. Әгәр уның янына Мөхәммәт, Эдуард менән бергә Азат килә икән, Азаттың шанстары ҙурая – сөнки Азат Ринатҡа оҡшашыраҡ. Кеше араһында таралған исемде ҡушыу уның шанстарын арттыра, тип әйтә ғалимдар.

Бик һирәк исемле бала дуҫтарҙы һирәк таба икәнлеге асыҡланған. Шул сәбәпле, уларҙың бала саҡта, үҫмер ваҡытында аҡылһыҙлыҡ эшләү осрағы күберәк, имеш.

Исемдең һәм фамилияның ниндәй хәрефкә башланыуы ла әһәмиәтле. Ундай кешеләрҙең уҡыу йорттарына инеү шансы арта. Һәм быныһы ниндәйҙер магия һәм күктәге көстәргә бәйле түгел, ябай социология. А, Б һ.б. хәрефтәренә башланған фамилиялы кешеләр теләһә ниндәй исемлектә өҫтә була. Ә исемлектең аҫтында булған кешеләргә төшөп еткәнсе, иғтибар кәмей, кеше арый.

Ошо уҡ ғалимдар исемдәре, фамилиялары алфавиттың һуңғы хәрефтәренә башланған кешеләрҙең шопоголик булыу сәбәбен аңлатҡан. Был кешеләр күңел түрендә "миңә исемлек килеп еткәнсе өлгөрөргә кәрәк" тигән фекер менән йәшәй. Кешенең баш мейендә ултырған был фекер уларҙы "бар икән, алып ҡалырға кәрәк" тигән фекергә этәрә, имеш. Шул сәбәпле, улар кәрәкмәһә лә нимәлер һатып алырға ынтыла.

Америка ғалимдарының тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, исемдәре оҙонораҡ булган ҡатын-ҡыҙҙҙарға карьера яһауы еңелерәк икән. Алия Хәйдәровнаға ҡарағанда, Ғәлиәбаныу Хәйдәровна хөрмәтлерәк яңғырай, имеш.

Ә ирҙәрҙең киреһенсә - ҡыҫҡа исем карьерала плюс итеп ҡарала.
Читайте нас: