Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2019, 20:08

Орлоҡ – буласаҡ уңыштың нигеҙе

“Россельхознадзор”ҙың планлы тикшереүе ете хужалыҡта уҙасаҡ.

“Россельхозцентр” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы филиалының Бишбүләк бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 3752 тонна орлоҡ тикшерелгән, был һалынған 6963 тоннаның 54 %-тын тәшикл итә. Тикшерелгәндең 2200 тоннаһы кондициялы (59 %) 1122 тонна орлоҡ таҙалығы буйынса яраҡһыҙ тип табылған, был партия орлоҡто сәсеү сифатына еткерергә мөмкин, ә бына 431 тонна – шытым буйынса кондицион булмаған орлоҡ, тимәк, шытым буйынса сәсеү нормаһын алыштырырға йәки яйға һалырға кәрәк.

Дүрт хужалыҡ “Шатлыҡ” (етәксеһе Э.М.Мусин), “Дим” йәмғиәте (баш агроном И.Г.Мөхтәсимов), “Уҫаҡ-Кисеү” кооперативы (баш агроном Т.М.Минәхмәтов) көҙҙән яҡшы эшләгән һәм орлоҡтарҙы тейешле сәсеү сифатына еткергән.

Орлоҡсолоҡ ваҡыты нигеҙҙә дүрт ай, шуға күрә яҙғы ужымдарҙың барлыҡ орлоҡ фонды сәсеү алды анализы үтергә тейеш. Кондинциялы булмаған орлоҡтарҙы сорттарға айырыу һәм калибрлау эшен башларға, орлоҡ складтарын, ишек-тәҙрәләрҙең герметизацияһын тикшерергә, түбә һәм склад тирәһен ҡарҙан таҙартырға кәрәк.

2019 йылғы сәсеүгә үҫемселек өлкәһенә бәйле булмаған ярҙам күрһәтеүгә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидия алыу өсөн документтар рәсмиләштереү, 2018 йылдың яҙғы һабан һәм 2017 йылдың ужым культураларының орлоҡтарын тикшереү йомғаҡтары буйынса ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланды:

- һабан һәм көҙгө культуралар орлоҡтарын сәсеү алды анализына тапшырмау;

- хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы культуралары һәм сорттар структураһы буйынса орлоҡ һалыу акттары булмау;

- сәсеүлек майҙандары структураһы һәм Үҙәк статистика идараһы иҫәбе нигеҙендә орлоҡ күләме тура килмәү;

- башҡа ойошманан орлоҡ һатып алғанда, документтар рәсмиләштергәндә хоҡуҡ боҙоу йәки уларҙың булмауы;

- Р 52325-2005 ГОСТ нигеҙендә орлоҡтар сифатына тура килмәү;

2019

- Апрель айында “Россельхознадзор” тарафынан тикшереү Н.Б. Дементьев хужалығында көтөлә. Орлоҡсолоҡ, үҫемлектәрҙе һаҡлау, ерҙән файҙаланыу һәм ветеринария буйынса документтар йыйылмаһын тикшерергә, булмаһа әҙерләргә кәрәк. Орлоҡсолоҡ һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса төп документтар:

- үҙәк статистика идараһы иҫәбе нигеҙендә ауыл хужалығы культураларын апробациялау йәки теркәү акттары;

- яҙғы һәм көҙгө культуралар орлоҡтарын һынау буйынса срогы сыҡмаған беркетмәләр;

- складтарҙы амбар ҡоротҡостарына ҡаршы эшкәртеү акты;

- пестицидтарҙы ғәмәлдән сығарыу акты;

- ауыл хужалығы баҫыуҙарын карантин сүп үләндәренә тикшереү акты;

- башҡа хужалыҡтарға һатылған ауыл хужалығы культуралары партияһы өсөн тура килеү тураһында декларация.

Флорит Исламов,

“Россельхозцентр” ФДБУ филиалының Бишбүләк бүлеге башлығы.
Читайте нас: