Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
14 Марта 2019, 15:03
Ниңә ул бик һуң асыҡлана?
Балаларҙа ракты бик һуң асыҡлаған райондар аталған.
Добавить в предпочтительные источники Google
Республика клиник онкодиспансерының баш табибы Руслан Солтанов сираттаҡы кәңәшмәлә балалар рагын һуңғы 3-се һәм 4-се стадияла ғына асыҡлаған республика педиатрия клиникаларын һанап сыҡҡан.
Мәҫәлән, Борай, Мәләүез, Миәкә, Туймазы һәм Саҡмағош райондары дауаханаларынында был күрһәткес 100 процент тәшкил иткән. Был инде балала онкология тапҡанда, ул 3-се йәки 4-се стадияла булыуын аңлата.
Дүртөйлө районында һәм Нефтекама ҡалаһында ауырыуҙы 66,7 процент осраҡта ваҡытында күрмәгәндәр, ә Ҡалтасы районында, Сибай һәм Өфөлә (21-се дауаханала) был күрһәткес - 50 процент.
Балалар онкологияһын һуң асыҡлау Салауат, Белорет һәм Күгәрсен райондарында ла күҙәтелә. Иң түбән күрһәткес — Өфөнөң 2-се һәм 5-се балалар поликлиникаларында.
"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"