* 250 мл 20%лы һөт өҫтө (ҡаймаҡ);
* тәменә ҡарап тоҙ, борос.
Башта духовканы ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ. Ул 150 градус эҫелектә булырға тейеш. Әҙерләгән форма төбөнә һарымһаҡты ҡырабыҙ ҙа аҡ май һөртәбеҙ.
Картуфты әрсегәс, ярты сәғәткә һыуға һалып торабыҙ. Артыҡ крахмалы сығып бөтөргә тейеш. Унан һыуын һарҡытабыҙ. Йоҡа ғына итеп балдаҡлап турайбыҙ ҙа формаға матур итеп теҙеп һалабыҙ.
Айырым һауытта һөттө, ҡаймаҡты, тоҙҙо һәм боросто ҡушып болғатабыҙ. Әҙер ҡатнашманың өстән ике өлөшөн картуф өҫтөнә ҡоябыҙ. Картуфлы форманы плитәгә ултыртып ҡайнатып сығарабыҙ. 1 балғалаҡ аҡ май ҡушып, форманы духовкаға күсереп ултыртабыҙ. Гратенды 1 сәғәт бешерәбеҙ.
Гратендың өҫтөндәге ҡаты ҡырыйын ысҡындырып алып, ҡалған ҡатнашманы ҡоябыҙ. Йәнә духовкаға бер сәғәткә ҡуябыҙ. Гратенды эҫе килеш ашайҙар.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
(фото интернет киңлектәренән алынды)