Сәлимәнең бер-бер артлы балалары тыуа, Ғәлимәнеке булмай. Биш балалы Сәлимә алтынсы бала көткән саҡта ғына Ғәлимә лә оҙаҡ көткән шатлыҡ кисерә — ауырға ҡала. Береһен – бер көн, икенсеһен иртәгәһенә ҡала дауаханаһына оҙаталар. Икеһенең дә ирҙәре бер аҙҙан Сәлимә менән Ғәлимәне алып ҡайта, тик Сәлимәнең балаһы үле тыуған тигән хәбәр тарала. Ғәлимәнең сабыйы бик сибек кенә була. Уны тәрбиәләү шарттары яҡшыраҡ булһын өсөн, ғаилә ҡалаға күсеп китә.
Сәлимә балаһын юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерә, икенсе йылына иҫәп буйынса етенсе балаһын алып ҡайтҡас ҡына, бер аҙ ҡайғыһы баҫыла.
Күп балалы әсә — Сәлимә апай тураһында яҙырға тигән ниәт менән мин туп-тура уларҙың үҙҙәренә килдем.
Сәлимә апайҙар йәшәгән йорт ауыл осонда, бик матур урында. Ишек алды ҙур. Йәм-йәшел ҡаҙ үләне. Мал икенсе ҡапҡанан йөрөй, ихата аша үтмәй. Шуға ишек алды таҙа, йәшел, ҡаҙ үләне түшәлеп ята, сәскәле. Ә балалар ғәжәп матур һәм теремек. Өлкәндәре ҡул араһына инә башлаған. Сәғәтенә нисә тапҡыр әйтеләлер “әсәй” тигән һүҙ! Әле береһе, әле икенсеһе “әсәй” ҙә “әсәй” тип йә эш һорап, йә башҡарған эштәрен күрһәтеп, йә башҡа йомош менән йүгерешеп йөрөй.
— Атайҙарына бик мөрәжәғәт итмәйҙәрме? Гел әсәй ҙә әсәй, тиҙәр, — тип һорайым.
— Өй тирәһендә күберәк мин булам бит. Атайҙары әллә ни өйҙә лә тормай. Колхоз эше шул инде, таң һарыһынан тороп китә лә ҡараңғыла ҡайта.
Бөтә ғаилә йыйылғас, аш табынына ултырҙыҡ. Ашау урыны тышта. Иркен. Япма аҫтында. Күмәкләшеп йөрөп һауыт-һаба, ҡашығаяҡ, аш-һыу ташынылар. Бәләкәйҙәре сынаяҡ һанашһынмы, ҡалаҡтар теҙһенме. Ашарға ултырышҡайныҡ, балалар күберәк булып китте. Береһе Сәлимәгә “инәй” тип өндәшкәс, уның икенсе кеше балаһы икәнлеген аңланым.
— Быныһы һеҙҙеке түгелдер, һеҙҙең унауһы ла ҡыҙ бит.
— Ғәлимәнең улы, — тине лә Сәлимә апай, баланы тупылдатып һөйөп ҡуйҙы. — Ғәлимәнең игеҙ балалары тыуҙы. Мәшәҡәте ҙур. Шуға быныһы бында.
— Быларынан айырып алғыһыҙ. Бер туғандар кеүек, — тинем. Малайҙың өҫ-башы ҡаласараҡ булғас, тағы һорай ҡуйҙым.— Ҡаланан килдеме?
— Ғәлимәләр ҡалала йәшәй биреп алды ла, хәҙер ауылға ҡайтты, рәхмәт яуғырҙар, — тип тағы бик ҡәнәғәт йөҙ менән баланы һөйөп алды. Бала ла иркәләү йылыһына һыйынып ҡына бара ине.
Уғаса Ғәлимә апай ҙа килеп етте. Сәлимә апайҙан айырып алғыһыҙ ине. Тик кәүҙәгә генә сибегерәк. Бала “әсәй” тип ҡаршы йүгерҙе. Ғәлимә баланы күтәреп алып һөйҙө лә, ергә төшөрөп, минең менән күреште. Сәй эскәс, балалар таралышты. Мин Сәлимә апайҙың ғаиләһе, балалары, ире тураһында һораша башланым.
— Мәрйәм һылыу, әгәр мөмкин булһа, яҙма минең турала. Йәме? – тип үтенде Сәлимә апай.
Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтә баҫалҡылығына өйрәнеп бөткәйнем инде. Эштә алдынғы булһындармы, ғаиләлә өлгөлөмө – мине яҙма, ти ҙә торалар. Шуға ни өсөн тап Сәлимә апайҙар тураһында яҙырға тейешлегемде аңлата башланым.
— Мин шул тиклем матур ғаиләгә килеп юлыҡтым. Башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп яҙа алһам ярар ине, тип уйланып ултырам.
Һәр балағыҙҙың үҙенсәлекле холҡо, ә һеҙҙең һәр береһенә үҙенсәлекле мөнәсәбәтегеҙ бар. Һәр олоһо бәләкәйен хәстәрләгән була, ҡырмыҫҡалар кеүек бөтәһе лә эшләп маташа. Өҫтәүенә туған йәнлеләр. Ни өсөн яҙмаҫҡа, ти?
Сәлимә апай бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла, һикереп тороп:
— Туҡта әле, һылыу, сәй яңыртайым, — тип самауырына һыу һалды. Ҡуҙ өҫтәне. Ризалаттым, ахыры, тип ҡыуандым үҙ алдыма. Самауыр шыжлай башланы. Сәлимә апай сәй яһаны ла миңә һуҙҙы. Сынаяҡ өҫтө зың-зың “бейей” ине. Сәлимә апайҙың шулай ныҡ тулҡынланғанына аптырап киттем. Ул керпек һирпеп кенә миңә ҡарап алды ла, еңелсә генә көрһөнөп, һүҙ башланы:
— Һылыу, яҙҙырмауымдың сәбәбе итеп түгел, йөрәгемдең бер серен һиңә асҡым килеп һөйләйем. Йөрәгемде һәр ваҡыт өйкәп торған нәмә барлығын бер күрәҙәсегә һөйләгәйнем, “сер һыйырлыҡ, кешегә сығармаҫлыҡ кешегә генә һөйләп, бушанып ала торғаның бар. Ауыр бер нәмә һаҡлайһың йөрәгеңдә. Шул ихласлығыңдың ишеген бикләп тик тора”, тине. Үҙем дә беләм шулай икәнлеген. Тик кемгә һөйләһәм дә, серем асылыр ҙа барыһы ла селпәрәмә килер кеүек, һылыу, һиңә һөйләргә яҙғандыр, — тине лә ғәжәп бер хәл тураһында һөйләне Сәлимә апай.
Хәҙер был ваҡиға тураһында яҙһам да ярайҙыр. Сәлимә апайҙан: “Бер ваҡыт, исемдәрегеҙҙе үҙгәртеп яҙһам – рөхсәтме?” – тип һорағас, “Танымаҫлыҡ ҡына итеп яҙһаң ни – яҙырһың”, – тигәйне тартынып ҡына.
Яңы ғына кеүек тойолһа ла, ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән был командировкаға... Яҙмыш беҙҙе ҡабаттан осраштырманы.
“...Минең биш балам булды. Алтынсыһына ауырға ҡалдым. Ғәлимә ире менән айырылышыу сигенә етте.
— Миңә бала кәрәк, – тип теңкәһенә тейҙе ире. Ғәлимә үҙе лә балаһыҙлыҡты ауыр кисерҙе. Уларҙың хәсрәт утында яныуын күреү миңә лә еңел түгел ине. Игеҙ һыңары булғас, бала табыу мөмкинлеген тотош алғанмын да, Ғәлимәне оло бәхеттән мәхрүм иткәнмен кеүек тоя башланым үҙемде. Йөрәгем һыҙлауҙан туҡтаманы. Ғәлимәне йәлләнем, ирен бик ярата, унһыҙ ни эшләр? Ир бирмәк – йән бирмәк, тип ҡайғырҙым. Туған менән бала ҡайғыһы бирмәһен, һылыуҡайым. Йә ярҙам итеп булмай, йә һыпырып ташларлыҡ түгел — күкрәктә ҡуҙ һымаҡ нәмәлер яндырып тик тора.
Бер ваҡыт төн уртаһында уянып киттем. Ниндәйҙер бер фекер йөрәгемде өтөп алды ла ҡапыл зиһенемде яҡтыртып ебәрҙе. Уйланып ята торғас, был фекер шунан ғибәрәт булды: алтынсы баланы уға бирергә булдым. Бының өсөн Ғәлимә лә үҙен ауырға ҡалған итеп күрһәтергә тейеш ине. Бер туғаныбыҙ врач ине, уның менән сер беркетеп ҡуйҙыҡ. Ғәлимәнең ире ҡалаға эшкә урынлашам тип киткәйне. Бәлки, бөтөнләй сығып китергә лә уйлағандыр. Бик оҙаҡ ҡайтмай йөрөй ине. Ҡайтһа-ҡайтмаһа ла, Ғәлимәне бәхетле итеү сараһын күрәйем әле, тип хәл иттем. (Аҙаҡ Ғәлимәнең хәлен ишеткәс, һыйлым да ҡайтты.)
Баланы имеҙмәҫ элек бирергә булдым. Имеҙһәм, айырыла алмаҫ инем. Ул саҡтағы һыҙланыуҙар, ул саҡтағы үҙәк өҙөлөүҙәр... Ғәлимәләр йәшәргә ҡалаға күсеп китте. Баланы яһалма аҙыҡ менән үҫтерҙеләр. Ә мин һөт төшкән һайын сабыйымды йәлләйем, йөрәк һыҙлай. Әйтерһең, тамырҙарым тиртеп һөт төшмәй, ә баланың имгеһе килеү теләге миңә һыҙланыу булып ҡайта. Етенсеһен тапҡас ҡына, бер аҙ тынысландым. Ғәлимәләр бик матур йәшәп китте. Уның өсөн шатлығым ҙур булды, ана шул ҡайғымды еңеләйтте.
Ситтә йәшәгән саҡтарында, балаға өс йәш тулған йылда, тәүгә генә ауылға ҡайттылар. Бала шул тиклем миңә оҡшаған. Үҙең дә күрҙең. Уныһы ла яҡшыға. Иремә оҡшаһа, фашланыр йәки әллә ниндәй нахаҡ һүҙҙәргә ҡалыр инек. Өҫтәүенә ир бала. Хоҙай ризалығы булғандыр. Бер көн Ғәлимә менән ишек алдында һөйләшеп торабыҙ. Балалар уйнай. Шул саҡ уртаҡ балабыҙ кәртәләү аша һикереп сығам тип, ҡапыл ҡолап төшә яҙҙы ла итәгенән һағып торҙо. Баланы хәүефтән йолоп алып ҡалырға тигән ынтылыш ҡапыл ҡан тамырҙарымды уйнатып, хәрәкәттәремә етеҙлек, сослоҡ өҫтәп ебәрҙе, ҡолап китте тигән ерҙә баланы эләктереп алдым, һигеҙ айлыҡ ауырым бар ине, уны ла һиҙмәй атылдым. Ә Ғәлимә аптыранып тик тора... Ҡымшанмай ҙа... Әсәйлек тойғоһо, әсә һиҙгерлеге шыпа ла юҡ. Был хәлдән һуң байтаҡ уйландым, шунан тыныс ҡына йәшәй алмаҫымды аңланым. Балам һәр саҡ хәүеф менән күҙмә-күҙ бер үҙе ҡалыр кеүек тойолдо. Шунан һуң Ғәлимәгә:
— Ҡайтығыҙ һеҙ ауылға. Мин бала өсөн борсолоп тик йөрөрмөн, — тигәс, Ғәлимәләр ҡайтты, һыйлым, Ғәлимәнең ире (беҙҙең яҡта тиңдәшеңдең иренә йәки ҡатынына шулай тиҙәр), ҡаланы өнәп етмәй ине, ихлас ризалашты. Өй күтәрештек. Имен, татыу тормош менән йәшәйҙәр. Ҡайтыуҙарын ҡотлап игеҙ балалары тыуҙы. Быныбыҙ ике арала йөрөй. Миңә “инәй” ти. Барыбер әсәй инде.
Тағы бер хәлде һөйләп үтәйем әле. Бәләкәй саҡта Ғәлимә менән гел генә өй уйнай торғайныҡ. Балаларыбыҙ күп булыр ине. Ә беҙ бер өйҙә ике әсәй булып уйнайбыҙ. Балалар уртаҡ. Әсәйебеҙ: “Уй ошоларҙы... Уйыңа килгән алдыңа килә, ти халыҡ. Берәй яман хәлгә осрап ҡуймаһағыҙ ярар ине үҫкәс”, – тип әрләй торғайны.
Бына бит нисек килеп сыҡты”.
— Бала үҙе лә яҡын итеп торалыр әле? – тинем, был хәлгә ныҡ аптырап, тауышым да хатта ҡалтыраныбыраҡ сыҡты.
— Һылыу, һине өшөттөм, ахыры. Өйгә инһәк тә булыр ине. Әллә ни эшләп аласыҡта һөйләге килде. Хәсрәттәремдән, һыҙланыуҙарымдан ҡалған яраларым һәр һүҙем, һәр тыныуым менән уңала барыр, төнгө тынлыҡта тирә-яҡҡа таралып юғалыр, тип уйлауымдыр. Ауыр саҡта әллә ниндәй ырымдарға ышанғы килә. Йөрәктә яра һаман йөрөй. Бала алдында үҙемде ғәйепле тоям. Ирем алдында ла, тәбиғәт алдында ла... Үҙ намыҫым алдында ла. Төштәрем менән өнөмдө бутай башланым. Уяулы-йоҡоло төндәрем дә аҙ булманы. “Әсәй!” – тип өҙәләнеп, үҙәккенәмде өҙөп ҡысҡырып ебәргән тауышҡа һиҫкәнеп китәм. “Ҡайһы балам ҡысҡырҙы икән?” — тип эҙләйем. Береһе лә ҡысҡырмаған. Бөтәһе лә тып-тыныс.
Тик ошо балам ғына йән ғазаптары кисерә, мине эҙләй-эҙләй ҙә: “Әсәй!” – тип ҡысҡырып ебәрә. Шунан ярамаған һүҙ ысҡындырған кешеләй, ауыҙын ҡаплай, ҡурҡып ҡына миңә ҡарап ала, имеш. Үҙемде йыуатам. Ғәлимә бәхетле, балаң яныңда – тыныслан, тип йыуатам. Ә барыбер күңел бушанғансы һөйләй алмағас, төйөр булып тик тора. Элек ҡалай дөрөҫ ғәҙәт булған әле... Ғәҙәтме, йоламы, ырыммы тигәндәй. Әсәйем һөйләй торғайны. Ҡайғы күтәрә алмай, һарғайып ауырый башлаған кешене тау итәгенә алып барып һөрәнләтә торғайнылар, ти. Урман яңғыратып, тау-таш ярырлыҡ итеп һуҙып тороп ете тапҡыр һөрәнләһә, ҡайғыһы баҫыла, тигәндәр. Мин дә ҡайһы саҡта, урманға сығып, япа-яңғыҙ ҡалып ҡысҡырып-ҡысҡырып илап алайыммы икән әллә, тип уйлай торғайным. Бына, һылыу, рәхәт булып ҡалды. Бөгөн төшөмдә күрҙем мин ошолай күңел рәхәтлеге кисерәсәгемде. Яҡшыға юрағайным.
...Баҡсамдан еләк өҙөп ашайым тиһәм, әллә ниндәй имәнес ҡорт баҫҡан. Шул тиклем ашағым килә – ҡорттарҙан таҙартып-таҙартып ҡабырға ынтылып ҡарайым – ауыҙға яҡын килтерер әмәл юҡ, мыжғып торалар. Шунан эргәләге иләүҙән ҡырмыҫҡалар ябырылды теге ҡорттарға. Әйҙә, берәм-берәм ашайҙар тегеләрҙе. Ҡорттарҙы ашаған һайын, еләктәр матурыраҡ булып ҡала... Йылмайып уянып киттем, һуңғы йылдарҙа беренсе тапҡыр шулай йылмайып уянғанмындыр. Ғәлимәләр күсеп ҡайтҡас та ныҡ ҡыуанғайным, тик үҙемде нисек тотормон икән тигән хәүеф ҡатыш шатлыҡ ине ул. Шатлыҡтың да төрлөһө була бит...
Рәхмәт, һылыу. Ҡарашың йомшаҡ. Кешене тыңлай беләһең. Әллә ҡасандан һине белеп, көтөп алған һымаҡмын. Бәхетле бул. Хәсрәтемде бушаттым. Еңел булып ҡалды, — тине Сәлимә апай.
— Ғәлимә апайҙар күсеп ҡайтып, бала янығыҙҙа булғас, тынысланып ҡалғанһығыҙҙыр әле.
— Янымда булыуынан ғына түгел, һылыу. Ғәлимәнең үҙ балалары тыуыуы тынысландырҙы. Әсәлек тойғоһо уянды Ғәлимәлә. Хәҙер ҡолатыу түгел, сит-ят кешенең ҡарашынан да ҡурсалай. Бәләкәйҙәре ыңғайына быныһын да сосолтоп күтәрә һалып ала. Бала тауышы ишетеү менән тертләп кенә тора. Ана шул тынысландырҙы...
“Әсәйлек тойғоһо уянды Ғәлимәлә”. Бына бит ул ҡанға һалынған, әммә йоҡомһораған тойғо нисек уяна ла тотош булмышыңды ялмап ала һәм үҙгәртеп тә ебәрә! Тәбиғәт, Тәңре, Алла, Хоҙай аңда йоҡомһораған тойғоно ҡайтанан уятһын өсөн йүнәлеш бирергә кәрәк. Был осраҡта, әсә булыу тойғоһо уянһын өсөн, Ғәлимәгә бала алыу һәм эске донъяһында әсәлек тойғоһо уянырлыҡ йүнәлеш бирергә кәрәк булған.
Аҫрауға бала алған ҡатындың аҙаҡ үҙенең дә бала табыуы йыш ҡына осрай. Күрәһең, балаға ҡалмауына үҙе лә борсолоп, кешенән дә тартынып, иренән дә йәберһетелеп, кәйефе балаһыҙ булыуға көйләнә башлай. Ә бала алғандан һуң, әсәлек тойғоһо уны ҡанатландырып ебәрә, ул үҙен тиңдәр араһында тиң һанай башлай, ғорурлана, үҙен әсәй тип ышандыра. Кеше булмышы быға күнә, әсәй булыу тойғоһо уның йоҡоға талған, йомоҡланған күҙәнәктәрен уята, аңына тәьҫир итә, үҙгәреш индерә.
Тимәк, ҡанға һалынған аңды фәҡәт эске көс тәьҫире менән генә уятып була. Ә эске көстө йәнләндереп ебәреү кешенең үҙенән тора. Психотерапия алымдары тәбиғәттең ошо мөмкинлегенә нигеҙләнгән һәм иҫ китмәле һөҙөмтәләр бирә.
Ҡанға һалынған эске мөмкинлекте файҙаланыу, ҡабатлап әйтергә кәрәк, кешенең үҙенән тора. Аңдағы йоҡомһораған ҡайһы бер тойғоларҙы уятып, булмышыңды үҙгәртерлек көскә әйләндереп ебәреүҙә һүҙ көсөнөң әһәмиәте ғәйәт ҙур.
Тел телеп һала, тип юҡҡа әйтмәгәндәр, һүҙ көсө менән ни теләһәң, шуны эшләп була. Теләйһең икән – яраштыр, теләйһең икән – талаштыр. Теләһәң – һауыҡтыр, теләһәң – ғүмерлек сиргә һал.