Сүп-сарҙы сортировкалаусы комплекс әлеге ваҡытта эшләп килеүсе сүп-сар полигонында урынлаштырылырға тейеш. Ошонда уҡ икенсел сеймалды пластикка, ҡағыҙға, ҡара һәм төҫлө металлға, быялаға айырып алырға уйлайҙар. Утилләштерергә ярамай торған ҡалдыҡтарҙы айырым участокка күмәсәктәр.
Проект сиктәрендә дөйөм ауырлығы 60 тоннаға тиклем автомобилдәрҙе үлсәү мөмкинлеге булған үлсәгес урынлаштырыу ҡаралған. Машиналар кереп, сыға торған юлдар айырым буласаҡ. Икенсел ресурстарҙы преслау өсөн пресс буласаҡ. Комплекс бер сменала йылына 252 көн эшләйәсәк.
Әйткәндәй, 2024 йылға ҡәҙәр республикала ҡалдыҡтарҙы утилләштереүсе 3 завод һәм сүп-сарҙы сорттарға айырыусы 16 комплекс төҙөлөргә теш.