Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2019, 23:09

Халыҡ дауаһы

Был рубрикала баҫылған кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Яҡындан насар күрһәң...

• 5-10 секунд алыҫҡа ҡарағыҙ, күҙҙәрегеҙҙе ҡыҫығыҙ, 3-5 мәртәбә асып-йомоп алығыҙ. Күнегеү күреү һәләтен яҡшыр-та, мускулдарын әүҙемләштерә. Уны 1 аҙна дауамында эшләгеҙ. Әммә күҙгә операция яһалһа, аҡ һалһа, был күнегеүҙәр тыйыла.

Холестерин

• Холестеринды кәметеү өсөн 2-3 шаҡмаҡ юғары процентлы ҡара шоколад ашарға.

• 300 г әстерхан сәтләүеген, күрәгә, кипкән йөҙөм, 2 лимонды ҡабығы менән (орлоғон ташларға) ит турағыстан үткәрергә лә, 300 г бал ҡушып болғатырға. Ашағандан һуң 1-әр балғалаҡ ҡабул итергә.

• Һуған, һарымһаҡ, тәмләткес үләндәр, ҡуҙаҡлылар, диңгеҙ аҙыҡтары, әстерхан сәтләүеге, һоло бутҡаһы һәм таҙартылған үҫемлек майы холестеринды төшөрөүгә ярҙам итә.

Шәкәр ауырыуына ҡаршы

• 300 г туралған һуғанға 100 г бал, 600 г ҡоро шарап һалып, 2 тәүлек төнәтергә, йыш ҡына болғатып торорға. Һөҙөргә һәм ашар алдынан 3-4 ҡалаҡ эсергә.

• Уртаса ҙурлыҡтағы 4-5 башлы һуғанды әрсеп, ваҡ итеп турарға ла, 2 литрлы быяла һауытҡа һалырға һәм өҫтөнә сыҡҡансы ҡайнаған һәм һыуытылған һыу ҡойорға. Төнәтмәне ашарҙан 20 минут алда көнөнә 3 мәртәбә 1/3 стакан эсергә. Дауаланыу курсы – 17 көн. Быяла һауытҡа көн һайын 1 стакан ҡайнатып һыуытылған һыу өҫтәп торорға, төнәтмәне бүлмә йылылығында һаҡларға. Был дауаны йылына 1 мәртәбә эшләргә.

Сөгөлдөр

• Сөгөлдөр ҡан баҫымы юғары булыуҙан һаҡлай. Ул магнийға бай. Ҡан баҫымы күтәрелгәндә 1:1 күләмендә сөгөлдөр һутына бал ҡушырға һәм 1 стакан эсемлекте көнө буйы 3-4-кә бүлеп эсеп бөтөргә.

• Ҡан ҡуйырғанда ла сөгөлдөр һуты файҙалы, тирене йәшәртә, организмды шлактар ултырыуҙан һаҡлай.

Бешеү

• Бешкән тирелә ҡалған эҙҙе түбәндәгесә дауалайҙар. 3 кишер һабағына кистән 1 литр ҡайнар һыу ҡойорға, иртән һөҙөргә һәм көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы – 10 көн. Бынан тыш, йәрәхәтләнгән урындарға ошо уҡ төнәтмә менән компресс эшләргә.

Дөрөҫ туҡланыу – еңел һәм ябай ысул

Оло йәштәге кешеләргә сәләмәт туҡланыу принциптарын үтәү өсөн бер нисә кәңәш:

• Һәр көн иртән ашағыҙ. Бөртөклөләрҙе, йәшелсәне, емеште һайлағыҙ. Улар хроник сирҙәрҙе кәметергә ярҙам итә, мәҫәлән, йөрәк һәм 1-се төр шәкәр сире.

• Майһыҙ ит, күркә ите, балыҡ йәки ҡыртышһыҙ тауыҡ ите. Һеҙҙең йәштә организмға аҙ калория кәрәк, бигерәк тә әүҙем булмаһағыҙ.

• Көнөнә 3 порция майлы булмаған һөт, йогурт эсегеҙ, сыр ашағыҙ. Кальцийға һәм D витаминына бай һөт продукттары һөйәк массаһын һаҡларға ярҙам итер.


098
Читайте нас: