Дим буйҙары
-33 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2019, 14:42

Бәхет нимәгә бәйле?

Белгестәрҙең билдәләүенсә, бәхет беҙҙең гендарға һалынған һәм ул беҙҙең тамырҙарыбыҙҙа йәшәй.

Бәхет нимәгә бәйле?

Белгестәрҙең билдәләүенсә, бәхет беҙҙең гендарға һалынған һәм ул беҙҙең тамырҙарыбыҙҙа йәшәй.

Әйләнә- тирә мөхит ыңғай эмоциялар тыуҙырырлыҡ һәләттә булғанда, кеше организмында "Һәйбәт кәйеф реактивы" тыуҙырыусы матдәләр барлыҡҡа килә икән.

Бәхет кеше "йоғоусан".Ғалимдар раҫлаусынса, янында бәхетле кешеләрҙең булыуы мейенең һулаҡай ярымшарын әүҙемләштерә, тимәк, ыңғай эмоциялар барлыҡҡа килә икән.

Профессор психолог Майкл Фордис бәхетле булыуҙың 14 шартын билдәләй:

1. Һәр ни менәндер мәшғүл, әүҙем булыу.

2. Кешеләр менән аралашып йәшәү.

3. Файҙалы һәм емешле хеҙмәт.

4. Тулҡынланмаҫҡа тырышыу.

5. Үтә юғары маҡсаттар һәм ерлекһеҙ хыялдарҙан баш тартыу.

Ыңғай һәм оптимистик фекергә таяныу.

7. Йәшәүҙе ойоштора һәм планлаштыра белеү.

Бөгөнгө ысынбарлыҡ шарттарын ҡабул итеү.

Сәләмәт тормош алып барыу.

10. Экстраверт булыу (үҙ эсеңә бикләнмәҫкә тырышыу).

11. Үҙ-үҙең булып ҡалыу.

12. Кире эмоциялар һәм проблемаларҙан ҡотола белеү.

13. Яҡындарың менән аралашыуҙы бәхет сығанағына әүерелдереү.

14.Бәхеттең ҡәҙерен белеү.
Читайте нас в