Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2019, 14:08

Ҡәйнә менән килен...

Килен менән ҡәйнә араһында гел генә яҡшы мөнәсәбәт булмай. Әлбиттә, төрлө хәлдәр була, әммә яҡын кешеләре өсөн көрәштең сәбәбе йыш ҡына ҡәйнәнең һәм килендең бер-береһен аңламауынан килә. Береһенә – ул, ә икенсеһенә ир булған кеше өсөн. Ыҙғыштың сәбәбе төрлө булырға мөмкин: бер яҡтан, кәрәк булмағанлыҡ тойғоһо, өйҙәге хәл үҙгәреүҙән стресс кисереү, ә икенсе яҡтан – күптән түгел барлыҡҡа килгән ғаиләлә үҙеңде раҫлау.

Ҡәйнә боронғо славян теленән тәржемә иткәндә “үҙ ҡаным” тигәнде, йәғни кешенең яҡынға әйләнеүен аңлата

Ҡәйнә менән нисек үҙ-ара тыныс мөнәсәбәт булдырырға?
Башта ҡәйнәгеҙҙең ирегеҙгә генә түгел, һеҙгә лә кәрәк икәнлеген аңлағыҙ. Хәләлегеҙҙең әсәһенә һеҙ яратҡан кешене бүләк иткән өсөн хөрмәт күрһәтергә тырышығыҙ. Был үҙ-ара аңлашыуға иң беренсе һәм ҡатмарлы аҙым. Ҡәйнәгеҙҙе үҙгәртергә тырышмағыҙ -- был мөмкин түгел! Аҡыллыраҡ булығыҙ, уның көйөнә торорға тырышығыҙ. Йыш ҡына ирҙәр ҡатынына һәм әсәһенә һүҙ әйтә алмай. Икеһе лә уға бер-береһенә зарлана һәм был проблеманы хәл итеүен үтенә. Ҡәйнә һәм килен араһында сыҡҡан ыҙғыш янъялға әйләнергә мөмкин.
Әгәр һеҙ ҡәйнәгеҙгә үпкәләгән-һегеҙ икән, ирегеҙ алдына һеҙҙе йәки әсәһен һайлап алыу талабы ҡуймағыҙ. Был яңы конфликттарға килтерергә мөмкин. Ҡәйнәгеҙҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ, өйрәтеү – өлкәндәрҙең тәбиғи бурысы. Кәңәштәре өсөн рәхмәт әйтегеҙ. Шулай булғанда, ул үҙен кәрәкле итеп тоясаҡ, ә һеҙ ҡәйнәгеҙҙе үҙ яғығыҙға ауҙара аласаҡһығыҙ. Уйҙарығыҙ менән киләсәктә үҙе-геҙҙе ҡәйнә сифатында күҙ алдына килтерегеҙ. Уның урынында һеҙ ни эшләр инегеҙ, ни әйтер инегеҙ, үҙегеҙҙе нисек тойор инегеҙ? Һеҙгә нимә етмәй? Һеҙҙе нимә борсор ине? Киленегеҙ менән конфликттарҙы нисек тыныс хәл итер инегеҙ? Уға нимә кәңәш итә алыр инегеҙ? Был күнегеү уға ситтән ҡарарға, онотолорға һәм “һыуынырға” ярҙам итә.
Телефондан ҡәйнәгеҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ, уға сәләм әйтегеҙ, эштәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ, сәбәпһеҙ кескәй генә бүләктәр бирегеҙ. Беҙ бит барыбыҙ ҙа кешеләр. Ә кеше һәр ваҡыт идеаль түгел һәм ул хаталанырға мөмкин. Шуға күрә ғәфү итә белегеҙ һәм шул саҡта үҙ-ара аңлашыуға ирешерһегеҙ.


Читайте нас: