Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Март 2019, 18:16

Проблемаһыҙ цифрлы эфир

Ирекмәндәр халыҡҡа цифрлы приставканы нисек тоташтырырға икәнлеген күрһәтте

“Йәш гвардия” Бөтә Рәсәй ижтимағи-сәйәси йәштәр ойошмаһы волонтерҙары һәм активистары халыҡҡа һанлы тапшырыуҙарға күсеү тураһында әүҙем хәбәр итә. Һәр ауыл биләмәһендә ирекмәндәр мәғлүмәти буклеттар таратты, халыҡҡа урамдарҙа һәм өйҙәренә барып һанлы эфир телевидениеһын тоташтырыу тураһында һөйләне. Ирекмәндәр приставканы бар кешегә лә һатып алырға кәрәкмәй, тип иҫкәртте. Заманса телевизорҙарҙың күпселеге цифрлы эфир телеканалдарын ҡабул итә. Уларға бүлмә йәки тышҡы дицимертлы диапазон антеннаһын тоташтырырға ғына кәрәк. Уға өҫтәп, цифрлы приставка иҫке өлгөләге телевизор өсөн генә кәрәк буласаҡ. Йәштәр заманса телевидениеның төп өҫтөнлөктәре – күрһәтеүҙең һәм тауыштың юғары сифаты, күп каналлы, ҡабул итеү ҡоролмаларының көйләүҙең ябайлығы, абонент түләүе булмауы тураһында һөйләне. Шулай ирекмәндәр халыҡҡа цифрлы приставканы нисек тоташтырырға һәм цифрлы телевидениены нисек көйләргә иәкнлеген күрһәтте.

- Халыҡ менән аралашҡанда, районда йәшәүселәрҙең күбеһе цифрлы форматҡа күсеү тураһында ишеткәнлеген һәм күбеһе әллә ни проблемаларһыҙ күсеүен раҫлай. – тип аңлатма бирә Бишбүләк районында волонтерҙар кураторы Галина Кудряшова.

Ирина Михайлова.
Читайте нас: