Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2019, 18:11

Һеҙ петуния үҫтерәһегеҙме?

Был сәскәнең орлоҡтары яҡтыла ғына шытып сыҡҡанын онота күрмәгеҙ.

Шуға ла орлоҡтарҙы ҡом йәки тупраҡ менән күмдермәйҙәр. Бары тик ултыртҡан һауыттың өҫтөн үтә күренмәле полиэтилен киҫәге менән ҡаплап, уны резинка менән эләктереп ҡуйырға кәрәк. Йылы урында орлоҡ дүрт-биш көндә шытып сыға. Көнөнә бер-ике тапҡыр асып елләтеп, йыйылған һыу тамсыларын һөртөп торорға, тупраҡты киптермәҫкә, һиптергестән һаҡ ҡына һыу һиптереп торорға кәрәк.

Үҫентеләр өсөнсө япраҡ сығармайынса өҫтөнә япҡан полиэтиленды алмағыҙ, бары тик энә менән бер нисә урындан тишкеләп сығығыҙ. Нәҙек булып үҫеп киткән осраҡта, үҫентене япраҡтарына тиклем яйлап ҡына ҡом менән күмдерергә кәрәк. Нығынып киткәс, өҫтөн йышыраҡ асырға һәм түбән температураға тәҙрә төбөнә ҡуйырға була. Былай иткәндә, үҫентене күсереп ултыртмайынса, төбөнә тупраҡ өҫтәй-өҫтәй үҫтерергә лә була.

Күсереп ултыртҡан осраҡта, үҫентеләрҙе ике көнгә һалҡын, ҡараңғы урынға ҡуйып тороғоҙ. Улар ауырымаһын өсөн алһыу төҫтәге марганцовкалы һыу һибергә кәрәк. Иң яҡшыһы — ҡар һыуы. Ул үҫентеләрҙе нығыта, туҡландыра. Көндәр йылытҡас, көндөҙөн тәҙрәне асып, һалҡынса һауала сыныҡтырға йәиһә теплицаға сығарып ҡуйырға ла була. Көс түгеп кенә түгел, күңел биреп тә эшләгәндә, бик матур петунияләрҙы үҙең дә үҫтерә алаһың.
Читайте нас: