Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2019, 16:43

Хәтерҙе нығытыу күнекмәләре

Хәтерегеҙ яҡшы булһын тиһәгеҙ

Йылдар үтеү менән, хәтер насарланмаһын өсөн, уны нығытырға һәм үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн бер нисә күнекмә тәҡдим итәбеҙ.

*Һәр хәрефкә һүҙ әйтеп, алфавиттың бар хәрефтәрен тиҙ генә атап сығығыҙ (а-алма, б-балта....).

*Бер хәрефкә башланған 20 һүҙ әйтегеҙ һәм уларҙы номерлап барығыҙ (1 - күлмәк, 2-китап, 3- ҡунаҡ...).

*Бер минут элек, бер сәғәт йәки кисә нимә эшләгәнегеҙҙе, һуңғы өс көндә иртән нимә ашағанығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ.

*Әгәр уң ҡулың менән яҙһағыҙ, һул ҡул менән яҙып ҡарағыҙ.

*Ҡараңғы бүлмәлә йөрөп ҡарарға кәрәк. Был хәтерҙе, иғтибарҙы арттырыра.

*Уҡыуға,эшкә барғанда быға тиклем таныш булмаған ерҙән йөрөргә кәңәш ителә. Баш мейе эшсәнлеге лә яҡшырыр. кәүҙәгеҙ ҙә зифараҡ булыр.

*Магазинға ингәс, калькуляторҙан файҙаланмаҫҡа тырышығыҙ. Хәтерҙән генә ҡушыу, алыу - мейе эшсәнлеген яҡшырта.

Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн нимәләр ашарға кәрәк?

Белгестәр көн дә кишерҙе ҡырып, уны үҫемлек майы менән ашарға кәңәш итә. Актерҙар һәм йырсылар хәтерҙәрен ананас һугы эсеп яҡшырта. Сит телдәр өйрәнгәндә лимон ашау, апельсин һутын даими ҡулланыу ярҙам итә. Авакадо, һуған, сәтләүек, кәбеҫтә, креветкалар ҙа баш мейе эшсәнлеген яҡшыртып, хәтерҙе нығыта.

Дөрөҫ туҡланып, баш мейе эшсәнлеген яҡшыртыусы күнегеүҙәр яһаһағығыҙ, башығыҙ ҙа эшләр, хәтерегеҙ ҙә шәп булыр!
Читайте нас: