Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Март 2019, 13:02

Яҙғы авитаминоз

Тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, еребеҙгә тағы яҙ килде. Сағыуыраҡ балҡыған ҡояш нурҙарына иркәләнеп кенә, яҙын уянған хис-тойғоларҙан ләззәт алып, тормошҡа һөйөнөп кенә йәшәге килә лә бит, тик сәләмәтлек, организмдың көсһөҙләнеүе, кәйеф көйһөҙләнеүе йыш ҡына быға ҡамасаулай.

Көндәр оҙоная, әммә иртән тороуы көндән-көн ҡатмарлаша, дөйөм хәлһеҙлек йонсота, йоҡо баҫа йәки, киреһенсә, кеше тиҙ ҡуҙғыусанға әйләнә, хроник сирҙәр үҙҙәрен көслөрәк һиҙҙерә. Сәстең тоноҡланыуы, тән тиреһенең ҡороуы, йөҙҙән төҫ ҡасыуы ла бер ҙә кәйеф өҫтәмәй. Ҡаҡшаған иммунитет менән төрлө вирустарҙың, сирҙәрҙең эйәләшеүен көт тә тор...

Организмдағы был кире үҙгәрештәрҙең барыһына ла авитаминоз сәбәпсе. Тирә-яҡ йоҡонан уянған мәлдә беҙҙең организмда витаминдар етешмәүе үҙен шул рәүешле белдерә икән. Авитаминозды «еңеү» өсөн дөрөҫ туҡланыу зарур, һаулыҡ һәм матурлыҡ иң тәүҙә ашҡаҙанға бәйле икәнен дә онотмағыҙ.

Яҙғыһын бөтә кешеләр ҙә тиерлек витамин етмәүенән йонсой, ти белгестәр. Был хәл организмдың ҡыш дауамында ашаған аҙыҡ менән бергә тейешле күләмдә витаминдар, ҡояш нурҙарын ала алмауына бәйле. Ҡышын бик тойолмаһа ла, яҙға табан авитаминоз киҫкенләшеү сәбәпле, кешеләге кире үҙгәрештәрҙә сағыла башлай. Ғәҙәттә, беҙҙең ҡышҡы аҙыҡ рационыбыҙ картуф, кәбеҫтә, кишер, һуған, макарон, он изделиелары менән сикләнә. Витаминдарға бай булған йәшелсә-емеш, бигерәк тә цитрустар ҡышын бик һирәк ашала. Бындай ярлы ғына менюҙан сығып, дөйөм хәлегеҙ хаҡында үҙегеҙ ҙә фекер йөрөтә алаһығыҙҙыр. Ләкин авитаминоз менән көрәшергә, үҙебеҙгә ярҙамға килергә тейешбеҙ. Бының өсөн туҡланыу рационын үҙгәртеү, уны төрлө емеш-еләк, йәшелсә, сәтләүек, бал кеүек ризыҡтар менән төрләндереү фарыз. Әлбиттә, бөгөн әҙер витаминдар ҙа һатыла, улар менән дә витаминдар дефицитын «ямарға» мөмкин, әммә тәбиғи витаминдар көслөрәк, ти табиптар. Сөнки улар берҙәм була, бер-береһенең йоғонтоһон көсәйтә ала. Был осорҙа тәмәке тартыуҙы, алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙы, саманан тыш күп ашауҙы сикләргә, йышыраҡ хәрәкәттә булырға кәңәш ителә.

Бер әфлисун, йәғни биш алма...

Витаминдар – аҙыҡта бик аҙ күләмдә булған, ләкин уларһыҙ организм көйлө генә эшләй алмаған төрлө матдәләр. Бөгөнгө техника, автоматлаштырылған ҡорамалдар булмаған осорҙа кешеләр физик эште башҡарыу өсөн күп көс сарыф иткән. Шуға ла улар көнөнә 5 килограмға тиклем төрлө аҙыҡ менән туҡланған. Тимәк, организм витаминдар менән тейешенсә тәьмин ителгән. Бөгөн иһә беҙ физик эш менән бик һирәк булышабыҙ, аҙ ашайбыҙ – һөҙөмтә булараҡ, витаминдар ҙа организмға бик самалы үтеп инә. Ә уларһыҙ ашамлыҡ насар үҙләштерелә, энергиябыҙ кәмей, сирҙәр йышая, ғүмер ҡыҫҡара. Миҫал өсөн, аҙыҡтан В2 витаминын тейешле күләмдә алыр өсөн көнөнә 150 грамм бауыр йәки 800 грамм эремсек ашарға кәрәк.

Витаминдар ғаиләһенән С иң мөһимдәрҙән һанала. Ул беҙгә, икмәк кеүек, көн дә кәрәк. Бөтә хайуандар ҙа тиерлек был витаминды организмдарында синтезлай ала, тик маймылдар, диңгеҙ сусҡалары һәм кеше генә был сифатҡа эйә түгел. Ләкин был хәл беҙгә әллә ни ҡурҡыныс менән янамай. С витаминының тәүлек дозаһы 50 – 100 грамм тәшкил итә. Бының өсөн көнөнә

бер әфлисун;

йәки грейпфруттың яртыһын;йәки биш алма;йәки бер стакан ҡайын еләге;йәки бер аш ҡалағы һырғанаҡ;

йәки бер көршәк «мундирлы» картуф; йәки 2 – 4 аскорбинка дражеһын ашау ҙа етә.

Витаминдар ҡайҙа «йәшеренгән»?

Әҙер витаминдар тупланмаһын һатып алғансы, шул уҡ витаминдарға бай аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш, еләк ашау, һуттар эсеү хәйерлерәк һәм файҙалыраҡ. Тик организмығыҙға кәрәкле витаминдарҙың ниндәй ризыҡта булыуын ҡайҙан белергә? Бының өсөн һеҙгә түбәндәге таблица менән эш итергә тура килер.

"Йәшлек" гәзитенән.