Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2019, 00:09

Ер ҡәҙере

1923 йылдың 29 мартында БАССР-ҙа тәүге Ер кодексы раҫланған, был документ республикала ер мөнәсәбәттәрен көйләүҙә ҙур роль уйнаған.

Башҡортостан тарихында крәҫтиәнлек айырым иғтибарға лайыҡ. Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем халыҡтың күпселек өлөшө ауылға бәйле булған. Шуға ла Башҡортостанда аграр мәсьәлә һәр ваҡыт киҫкен торған. Беренсе бөтә донъя һуғышы барышында Рәсәйҙең көньяҡ губерналарынан халыҡтың күпләп килеүе, крайҙың оҙайлы ваҡыт колонизация аҫтында булыуы арҡаһында ер мәсьәләләре буталып бөткән булған. Революция был проблемаға яңыларын өҫтәгән. Ул заманда тәүҙә ерҙәрҙе бергә ҡушып, һуңынан бүлеп, уның сифаты, тәғәйенләнеше тураһында уйлаусылар булмаған да тиерлек. Етмәһә, халыҡ араһында сыуалыштар киткән, бигерәк тә башҡорттар менән урыҫтар уртаҡ фекергә килә алмаған, сөнки Граждандар һуғышы осоронда башҡорттарҙың бик күп ерҙәре, нигеҙһеҙ рәүештә, күсеп килеүсе урыҫтарға бирелгән.

1922 йылдың ғинуарында РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Башҡортостан партия ойошмаһына республикала башҡорттарҙың ерҙәрен тартып алыуға сик ҡуйыу һәм ер ҡоролошон яйға һалыу тураһында күрһәтмә булған директива ебәргән. Шунан һуң ғына ер мәсьәләләре буйынса етди, аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителгән, һөҙөмтәлә, республикала ауыл хужалығы ла бер ни тиклем үҫеш алған.

БАССР-ҙа, РСФСР Ер кодексына таянып, урындағы Ер кодексы төҙөлгән. 1922 йылда уны Советтарҙың өсөнсө Бөтә Башҡорт съезы раҫлаған. Ә инде 1923 йылдың 19 мартында республиканың Ер кодексын ВЦИК-та ла ҡабул иткәндәр. Рәсәй кодексының 226 статьяһы республика кодексына үҙгәрешһеҙ индерелгән, ә инде 200-ләгән статьяға, урындағы үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тотоп, төҙәтмәләр кертелгән. Яңы ҡанундар ҡабул ителгәндән һуң бигерәк тә Башҡортостандың малсылыҡ тармағында эшләүселәре иркен тын алған, крәҫтиәндәрҙең быға тиклем булған ерҙәре закон буйынса теркәлгән.
Читайте нас: