Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров бөгөн республика халҡы араһында 70% ышаныс рейтингына эйә булған Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың кандидатураһын тәҡдим итте.
«Берҙәм Рәсәй» праймеризына Радий Хәбировтың конкуренттары булып Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев һәм «Рәсәй терәге»нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева сығыш яһай.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев һүҙҙәренсә, был исемлек тулы түгел, бәлки, яңы фамилиялар өҫтәлер. Праймеризда ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙың тулы исемлеге 11 апрелдә сәйәси совет ултырышында раҫлана.
Кандидаттар асыҡ дискуссияларҙа ҡатнашырға тейеш, уларҙың Үрге Ҡыйғыла, Учалы, Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үтеүе ихтимал.
Алдан тауыш биреү көнө 26 майға билдәләнгән.