Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2019, 14:07

Помидорҙарҙы пикировкаларға ваҡыт

Ваҡытында тәрбиәләнгән үҫентеләр мул уңыш бирә.

Үҫентеләрҙе үҙҙәре үҫтергән баҡсасылар яҡшы белә: бары тик ваҡытында яҡшы тәрбиә күргән үҫентеләр генә йәй буйы мул уңыш бирәсәк. Шуға ла һәр эште ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарырға кәрәк.

Баҡсасылар өсөн шундай эштәрҙең береһе — үҫентеләрҙе пикировкалау. Ябай ғына итеп әйткәндә, икенсе ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртыу. Бигерәк тә ул помидорҙар өсөн мөһим һанала, уларҙың тамырҙары ныҡлы булып үҫеп китсәк.

Помидор үҫентеләре 1-2 япраҡ (иң беренсе сыҡҡан икеһе һаналмай) сығарыу менән пикировкалау эшенә тотоналар. Башта үҫентеләргә мул итеп һыу һипһәң, уларҙы һауытынан алыу еңеләйә. Был юлы үҫентеләрҙе 6x6 йәиһә 8x8 сантиметрлы һауыттарға ултыртыу һәйбәт була.

Пикировкалау ваҡытында сәскәндәрҙе орлоҡ өлөшөнә тиклем күмдерәләр. Әгәр үҫентеләр бик оҙонайып киткән булһа, күсергәндә уларҙы бер аҙ ятҡырып ултырталар. Күсереп ултыртҡандан һуң йәнә һыу һибергә онотмағыҙ. Шыйыҡ төҫтәге марганцовкалы һыу һибеү яҡшыраҡ булыр.

Помидор үҫентеләре пикировкалауҙы еңел кисерә, тиз үҫеп китә. Ә бына борос менән баклажанға һағыраҡ ҡараш кәрәк. Помидорҙы пикировкалау мәжбүри һаналһа, борос менән баклажан үҫентеләре үҫтереүҙең ике юлы бар. Уларҙы пикировкалау юлы менән дә, һауытынан күсермәйенсә генә лә үҫтерергә мөмкин. Бындай үҫентеләр күсереп ултыртҡандан һың оҙаҡ ҡына үҫеп китә алмай ултыра.

Помидор үҫентеләрен һуңға ҡалыбыраҡ күсерергә яраһа ла, баклажан менән боросто иртәрәк пикировкалау отошло буласаҡ. Артыҡ үҫеп киткән үҫентеләр насар терелә.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: