Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Март 2019, 13:58

Телеңде йоторлоҡ була!

Кәтлит йомшаҡ, хуш еҫле һәм тәмле булһын өсөн бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ.

1. Фаршты бер нисә төрлө ит ҡушып әҙерләһәң, кәтлит айырыуса тәмле була. Мәҫәлән, һыйыр малы һәм ат йәки һарык ите.

2. Фаршҡа һуған һалырға кәрәк. Күберәк булған һайын, яҡшыраҡ. Былай эшләгәндә кәтлит йомшаҡ була. Һуғанды фаршҡа ризыҡты әҙерләр алдынан ғына ваҡ ҡырғыстан үткәреп һалығыҙ.

3. Күптәр фаршҡа йомортҡа һәм һөттә ебетелгән икмәк ҡуша. Йомортҡа кәтлитте ҡатыра, ә һөт ҡушһаң, һыуыллығы юғала. Шуға күрә икмәкте һыуҙа ебетеп һалыу күпкә отошло.

4. Кәтлиттәрҙе әүәләр алдынан фаршты яҡшылап бутап, һаҡҡылап алыу уны кислород менән байыта.

5. Кәтлиттәрҙе бәләкәй генә итеп эшләргә тырышмағыҙ. Улар ҙур булған һайын һыуһыл була.

6. Кәтлиттәрҙе башта ҡыҙыу утта ике яғын да ҡыҙҙырып алығыҙ, ә унан һуң таба ҡапҡасын ябып, һүрән утта 30-35 минут бешерегеҙ. Шул ваҡыт эсендә бер нисә тапҡыр әйләндереп алығыҙ. Был һуты сығып бөтмәһен өсөн эшләнә.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: