Бына ниндәй сорттарҙы тәҡдим итә улар:Ред Скарлетт - 65-75 көн эсендә өлгөрә.
Амур — 80-90 көн эсендә өлгөрә, крахмалы күберәк һәм уңдырышлылығы юғарыраҡ.
Люкс — уңдырышлылығы гектарҙан 60 тоннаға ҡәҙәр, крахмал миҡдары юғарыракҡ, ҡоролоҡҡа сыҙам һәм ҡышын яҡшы һаҡлана.
Каменский — иртә өлгөрөүсе сорт.
Маяҡ — 75-85 көн эсендә өлгөрә.
Шулай уҡ Ирбит һәм Браво һәм “һары” Горняк сорттары гектарҙан 63 тоннаға тиклем уңыш бирә, 90 көн эсендә өлгөрә, крахмал күләме уртаса.
Тағы ете сорт һынауҙар үтә.
Эксперттар фекеренсә, барлыҡ сорттар ҙа уңдырышлы. Бары тик ерҙе дөрөҫ эшкәртмәү, һауа торошо һәм йыйылған ауырыуҙар арҡаһында уңыш кәмей.