Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март 2019, 23:29

Ваҡ-төйәк тиһәк тә...

Хужабикә ни тиклем оҫта тимәһендәр, барыбер барлыҡ хужалыҡ серҙәрен белеп бөтөп булмай. Ғөмүмән, әленән-әле таныштарҙан-яҡындарҙан йә иһә башҡа сығанаҡтарҙан, тормошсан да, файҙалы ла кәңәштәр ишетергә мөмкин. Бөгөн дә һеҙҙең иғтибарығыҙға тәүге ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған, әммә донъя көткәндә һиҙелерлек файҙа килтерерҙәй һорауҙарға яуаптар бирмәксебеҙ.

1. Ҡәҙимге котлеттарҙы нисек тәмлерәк итергә?

Бының өсөн фаршты алданыраҡ әҙерләһәң, күпкә отошло. Күңелегеҙгә ятҡан тәмләткестәр, тоҙ, борос ҡушып, төнгөлөккә һыуытҡыста ҡалдырһағыҙ, ит күпкә тәмлерәк буласаҡ. Әҙерләгәндә иһә, туғылған йомортҡаға манып, киптерелгән икмәк валсыҡтарында әүәләп ҡурһағыҙ, котлет телде йоторлоҡ килеп сығасаҡ.

2. Картуфты нисек тиҙерәк бешерергә?

Картуф бешкән кәстрүлдәге һыуға аҙ ғына аҡ май һалһағыҙ, ул тиҙерәк тә бешәсәк, тәмлерәк тә буласаҡ.

3. Йомортҡа иҫкермәгәнме?

Һыуытҡыстағы йомортҡалар күптән ята икән, уларҙың боҙолоу-боҙолмауын һалҡын һыулы һауытҡа һалып белеп була. Яраҡһыҙҙары һыу өҫтөнә ҡалҡып сығыр, ҡулланырға мөмкин булғандары һыуға батыр.

4. Әгәр ҙә өйҙә йомортҡа булмаһа?

Телде йоторлоҡ шәрбәт кенә тәмлекәс бешерергә ниәтләнәгеҙ, ә өйҙә йомортҡа юҡ икән, бошонмағыҙ. Уның урынына ҡамырға ярты банан һалығыҙ – сифаты буйынса ул бер йомортҡаға тиң.

5. Ҡуҙаҡлыларҙы нисек тиҙ генә бешерергә?

Һәр хужабикә фасолде, борсаҡты бешерер алдынан бер нисә сәғәт һыуҙа ебетергә кәрәк икәнлеген белә. Әгәр ҙә быны эшләргә онотҡанһығыҙ икән, хәүеф юҡ. Ҡуҙаҡлыларға һалҡын һыу ҡойоғоҙ, тоҙ һалмағыҙ. Артабан, 5 – 7 минут һайын, бер-ике ҡалаҡ һалҡын һыу ҡойоп тороғоҙ. Бер сәғәттән һеҙ таралып ҡына торған, яҡшы бешкән борсаҡ йә фасоль ашай аласаҡһығыҙ.

6. Ватылған йомортҡа менән нимә эшләргә?

Ҡайһы саҡта кибеттән ҡайтҡас, һатып алған йомортҡаның ватылғанын күрәбеҙ. Уны, әлбиттә, ҡурырға йәки ҡамырға һалырға була. Әгәр ҙә улай эшләгегеҙ килмәһә, ватылған йомортҡаны шулай уҡ парҙа бешерергә була. Бының өсөн ҙурыраҡ һауытҡа һыу ҡойоп, уның эсенә бәләкәйерәген ултыртырға, шунда йомортҡаны һалырға һәм ҡайнатырға кәрәк. Парҙа бешкән ризыҡты төрлөсә ҡулланырға була.

7. Һөттө нисек тиҙерәк ҡайнатырға?

Бының өсөн аҙ ғына шәкәр өҫтәргә кәрәк – һөт тиҙерәк ҡайнап сығасаҡ.

8. Нисек ҡырғысты таҙартырға?

Ҡырғыстан үткәрелгән сыр төрлө ризыҡҡа ҡушыла. Хужабикәләр белә: сырҙан һуң ҡырғысты таҙартыу еңел түгел. Ошо проблема булмаһын өсөн, эшкә тотонор алдынан ҡырғысҡа аҙ ғына көнбағыш майы һөртөгөҙ: ул саҡта уны йыуыу күпкә еңелләшәсәк.

9. Аш-һыу бүлмәһендәге насар еҫте нисек бөтөрөргә?

Бының өсөн табаны утҡа ҡуйығыҙ ҙа унда бер-ике ҡалаҡ тирәһе уксус һалығыҙ, парға әйләнгәнсе тотоғоҙ.


Читайте нас: