Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2019, 13:32

Тәҙрәләр – өйҙөң күҙҙәре

Ялтырап торған тәҙрәле өй бик матур була. Тәҙрәләр аша фатирығыҙға нур уйнатыусы ҡояш нурҙары үтеп инә. Бына шуға күрә, тәҙрә быялаларығыҙ ҙа таҙа булырға тейеш.

Тәҙрә йыуырға тотонғанда башта йомшаҡ сепрәк менән туҙанын һөртөгөҙ. Унан һуң нишатыр спирты (бер литр һыуға бер ҡалаҡ) һалынған йылы һыу менән рамдарҙы һәм тәҙрә төптәрен йыуығыҙ. Һабын һәм сода ҡушмағыҙ, ул буяуҙың төҫөн ала. Уларҙы йыуып-ҡоротоп һөрт­кәс, быялаларға тотоноғоҙ. Рамдың мөйөштәрен айырыуса ен­текләп таҙартығыҙ. Бының өсөн осона сепрәк киҫәге сорналған нескә таяҡсыҡ файҙаланырға мөмкин.

Быялаларҙың тәүҙә – өҫкөләрен, унан һуң аҫҡы өлөшөн йыуалар. Эҙ ҡалмаһын өсөн быяланы арҡылыға-буйға һөртөгөҙ. Һыуҙы йышыраҡ алыштырығыҙ, сөнки бысраҡ һыуҙан таптар ҡала.

Тәҙрәне һалҡын һыу менән йыуырға кәрәк, һыуға, нишатыр спиртынан тыш, һеркә лә һалырға мөмкин. Йыуғандан һуң, мамығы ҡалмай торған ныҡлы сепрәк, йәиһә бөгәр­ләнгән гәзит менән һөртөп ялтыратырға була. Әгәр быяла бик бысраҡ булмаһа, һыуға аҙ ғына крахмал һалып болғатып, шуның менән һөртөгөҙ, ул быяланы тағын да яҡшыраҡ ялтырата.

Тәҙрәне бер ваҡытта ла яҡты ҡояш нурҙары төшөп торғанда йыумағыҙ, сөнки ҡоротоп өлгөргәнсе ҡояш быяланы киптерә, шунлыҡтан быялала төрлө төҫтәр сағыла. Ямғыр яуғанда ла йыуырға ярамай, сөнки дымлы һауала быяланы ҡороғансы һөртөп булмай.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: