Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2019, 13:51

Теш щеткаһын ташламағыҙ!

Ауыҙы тар вазаларҙы нисек таҙартырға белмәйһегеҙме? Ябай дөгө ярҙам итер. Ваза эсенә бер ҡалаҡ дөгө һалығыҙ һәм шуға һабынлы һыу өҫтәгеҙ. Аҙ ғына бутап ебәрһәгеҙ, вазағыҙ яңы алған кеүек булыр.

Өйөгөҙҙә бесәй аҫраһағыҙ, был кәңәш һеҙҙең өсөн. Диван өҫтөнән бесәй йөнөн йыйып алыу өсөн резина перчатка кейегеҙ ҙә, уны еүшләп, диван өҫтөн һыпырып алығыҙ: бесәйҙең йөндәре перчаткаға йыйыласаҡ.

* Салат япраҡтарын тоҙло һыуҙа йыуһаң яҡшыраҡ.

* Ағастан эшләнгән мебелде аяҡ кейеме кремы ҡулланып та яңыртырға мөмкин. Төҫөн генә тура килтереп һайлау кәрәк.

* Һыуға аҙ ғына шәкәр һалып, шуның менән сайҡаһығыҙ, ҡулдағы май бетөр.

* Иҫке теш щеткаһын ташламағыҙ – кафель плиткалар араһын йыуы өсөн бик уңайлы ул.

* Линолеумға элекке матурлығын ҡайтарыу өсөн теш пастаһы менән ялтыратырға кәрәк.

* Кәһүә фильтрҙарын телевизор һәм компьютер экрандарын таҙартыу өсөн ҡулланырға була.

kiziltan.ru
Читайте нас: