Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Апрель 2019, 14:19

«Һылыуҡай — 2019» республика конкурсы

«Һылыуҡай — 2019» республика конкурсының финалында 12 ҡыҙ ҡатнашасаҡ.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса, «Һылыуҡай — 2019» финалына сығыусы һылыуҡайҙар исемлеге:

Зөлфиә Байбулатова (Баймаҡ районы)

Ләйлә Шәкүрова (Әлшәй районы), Наилә Йәнбирҙина (Әлшәй районы),Гөлфиә Ҡудашева (Йылайыр районы), Диана Шөғәйепова (Салауат районы), Миләүшә Баязитова (Учалы районы), Алина Ғәзизова (Салауат ҡалаһы),Гүзәл Мырҙабаева (Ейәнсура районы),Алһыу Хасаева (Сибай ҡалаһы),Сәлимә Солтанғолова (Федоровка районы),Элина Мөхәмәтова (Нефтекама ҡалаһы).

Ун икенсе ҡыҙ — «Мәскәү һылыуҡайы-2019» конкурсы еңеүсеһе. Уның исеме илебеҙҙең баш ҡалаһында 7 апрелдә билдәле була.

Сибәркәйҙәрҙе 11 кешенән компетентлы жюри баһаланы: Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков; ошо үҙәктең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева; Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев; Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Тэфи» премияһы лауреаты, Башҡортостан юлдаш телеканалы мөхәррире, продюсеры Дилара Зарипова; яҙыусы һәм әҙәби тәнҡитсе Азамат Юлдашбаев; конкурстың режиссеры Айгөл Үтәгәнова; «Азимут Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Нана Заһиҙуллина; проекттың хореографы Миләүшә Хәйбуллина; эшҡыуар, блогер, сараның продюсеры Заһир Ҡотлосурин; йәштәр хиттарын башҡарыусы Ренат Ниғмәтуллин (RNT); «Һылыуҡай – 2018» Гран-прийы эйәһе Әлфиә Кашапова.

Әлеге ваҡытта ҡыҙҙар репетициялар, фотосессиялар, телекөндәлектә төшөү менән мәшғүл. Бәйгенең Гала-концерты 27 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ
Читайте нас в