1. Берәйһенә мөрәжәғәт иткәндә, немецтар “һеҙ” һүҙен һирәк ҡуллана, үҙҙәренән шаҡтай өлкәндәргә лә “һин” тип кенә өндәшәләр.
2. Дуҫыбыҙ осрашыуға саҡырһа, беҙ шунда уҡ ризалашабыҙ, ә немец был осрашыу өсөн ваҡыты бармы-юҡмы икәнен башта бик яҡшылап тикшерә.
3. Немецтың тәртип яратыуы һәм законға буйһоноуы саманан ашҡан. Күршеһе сүп-сарын сорттарға айырмай ғына ташлаһа, йәиһә берәйһе тейешһеҙ урында тәмәке тартһа, ул шундуҡ полицияға хәбәр итә.
4. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар магазинға ла биҙәнмәйенсә сыҡмай, ә немец ҡатындары быға ваҡыт әрәм итмәй, кейем-һалымдары уңайлы булһа, улар өсөн шул еткән.
5. Һалҡын тейҙереп ауырыһа, немец кеше алдында ҡулъяулығын сығарып, ҡаты итеп танау һеңгерергә оялмай.
6. Иҫерек килеш тотолған йәиһә 6 тапҡыр биреп тә, праваға имтихан тапшыра алмаған машина йөрөтөүселәрҙе Германияла “йүләрлек буйынса” тикшерәләр.
7. Немецтар бары тик дөрөҫөн генә һөйләй. Хатта ҡунаҡта берәр һый оҡшамаһа, хужаға тураһын әйтәләр, тәнҡит кешегә камиллашырға ярҙам итә тип уйлайҙар.
8. Киске туғыҙҙан һуң немецҡа берәү ҙә шылтыратырға тейеш түгел – был уның шәхси тормошона ҡыҫылыу тип атала. Студенттарҙың дөйөм ятағында иһә бер кешегә – бер бүлмә, бер кем бер кемгә ҡамасауларға тейеш түгел.