Дим буйҙары
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
10 Апреля 2019, 08:50
Үләндәрҙең дауалау көсө
Элек-электән ата-бабаларыбыҙ төрлө-төрлө шифалы үләндәр менән дауаланған, уларҙы йыйып киптереп, ҡайнатып эскән. Халҡымда дарыу үләндәре йыйыу, һөлөк һалыу, имләү менән шөғөлләнгән айырым кешеләр булған.
«Андыҙ барҙа – ат үлмәҫ, ирәүән барҙа – ир үлмәҫ», тигән халҡым. Шуға ла үләндәрҙең дауалау үҙенсәлектәрен, ҡасан, ниндәй күләмдә йыйырға, уларҙы ҡайһылайтып һаҡларға кәрәклеген бик белеп эш иткәндәр. Мәҡәлдәр, әйтемдәр аша файҙаһын беҙгә лә әйтеп ҡалдырғандар. Хәҙерге ваҡытта үлән менән дауаланған кешеләр бик әҙҙер. Дарыуханаға барып, ҡиммәтле дарыу алыу еңелерәк тә, тиҙерәк тә кеүек. Ә шулай ҙа шифалы үләндәрҙе йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләһәң, бар яҡтан да файҙалы буласаҡ. Сөнки уларҙы ҡулланыу аҡсаңды яныңда ҡалдырасаҡ һәм һатып үҙеңә аҡса эшләргә лә була.
Үгәй инә үләне тын юлдарына һалҡын тейгәндә, йүтәл, ларингит, фарингит, бронхит, пневмония, астма, туберкулез менән яфаланғанда, үпкә абсцессын, хатта үпкә гангренаһын да дауалауҙа файҙаһы ҙур. Өҫтәүенә үгәй инә үләне япрағы ашҡаҙан, бөйән эсәге, бауыр, һейҙек ҡыуығы, бөйөр ауырыуҙарына һәм балаларҙа диатез булғанда дауа. Үле яраларға һәм ҡан тамырҙары ялҡынһынғанда йәшел япраҡтарҙы бутҡа һымаҡ иҙеп ябалар. Үгәй инә үләне төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай. Кире тәьҫире, йәғни зыяны булырға мөмкин. Күңел болғаныу, биҙгәк, аппетит юғалыу, эс ауыртыу, һары ауырыуы булған осраҡта дауаланыу туҡтатылырға тейеш.
"Йәншишмә" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"