Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель 2019, 15:18

Бөгөн - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө

Элек-электән йондоҙҙарҙың серле емелдәүе һәм күктең сикһеҙлеге кешеләрҙе үҙенә йәлеп иткән. Бала саҡта зәңгәр күккә төбәлеп, кемебеҙ Йыһанды иңләү тураһында хыялланманы икән!?

Космонавтика көнө 1962 йылдан билдәләнә. 1968 йылдан ул рәсми рәүештә байрамға әйләнеп, Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө тип атала. Советтар Союзында йыһанды ентекле тикшеренеү эштәре үткән быуаттың 50-се йылдары аҙағында башлана. 1957 йылда Ерҙең тәүге яһалма юлдашы орбитаға сығарыла, ә 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин кешелек тарихында беренсе булып космосҡа оса. Был ҡаҙаныш Советтар Союзын донъяла алдынғы урынға сығара, илдең халыҡ-ара абруйын күтәрә.

Йыһанды яулауҙа Башҡортостан кешеләренең дә өлөшө бар. Өфө приборҙар төҙөү производство берекмәһендә ракеталар, спутниктар һәм орбиталь станциялар өсөн ҡорамалдар етештерелһә, Белорет металлургтары ҡатнашлығында элемтә өсөн махсус йыһаздар эшләп сығарыла. Башҡорт балы ла космонавтарҙың көндәлек туҡланыу рационына индерелгән.

Мәләүездә лә беренсе космонавҡа арналған һәйкәл 1963 йылда урамдар киҫелешендә урынлаштырыла, был ваҡытта транспорт хәрәкәте аҙ булыуы ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Һуңғы йылда тап ошо көн “Һуғыш ветерандары” йәмғиәте ағзалары бында митинг ойоштора, һәйкәлгә сәскәләр һала.

Быйылғы байрамға йыһанды беренсе булып яулаған космонавт иҫтәлеген мәңгеләштергән сквер яңырыу кисерҙе, яңы постамент урынлаштырылды, һәм киләсәктә ул ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әйләнер, бында тәртип булыр, тип ышанғы килә.

ҺҮРӘТТӘ: Яңыртылған Юрий Гагарин һәйкәле.
Читайте нас: