Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Май 2019, 14:43
Бәпембәнән - бал
Йәм-йәшел үлән өҫтөндәге ҡояштай балҡып ултырған бәпембәнең файҙаһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Унан бына тигән ҡайнатма эшләргә була.
Яҡынса 300 дана бәпембә сәскәһен йыябыҙ һәм яҡшылап йыуабыҙ. Артабан иттартҡыстан ике лимон сығарабыҙ.
Тәрән һауытҡа 1 литр 200 грамм һыу, лимон һәм сәскәләрҙе һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ун минут тотабыҙ һәм бер тәүлек төнәтәбеҙ.
Икенсе көнөнә шуға 2,5 килограмм шәкәр ҡомо һалып, 1,5 сәғәт ҡайнатып алабыҙ. Һыуынғас, банкаларға һалабыҙ. Әмма ул унда оҙаҡ һаҡланыр тип өмөтләнмәгеҙ - тәмле һәм танһыҡ бал һалынған һауыт төбөнә тиҙ төшөп етәсәкһегеҙ.
https://kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"