Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Май 2019, 14:17

Өс ғәҙәт ябыҡтыра

Һимереүгә беҙҙең бала саҡтан һалынған ғәҙәттәр йыш ҡына сәбәп була.

Мәҫәлән, без билмән, макарон кеүек ризыҡтарҙы ла икмәк ҡушып ашайбыҙ, тамаҡ туйҙырмайынса йоҡлай алмайбыҙ һәм башҡалар.

Белгестәр ябығырға һис шикһеҙ ярҙам итәсәк өс ғәҙәт барлығын асыҡлаған. Улар түбәндәгеләр.

Көндө лимон һуты ҡушылған бер стакан һыу эсеүҙән башлағыҙ. Ул уянырға ла ярҙәм итә, эсәк микрофлораһын, метаболизмды ла яйға һала.

Иртән 10 минут булһа ла физик күнегеүһәр эшләп алырга ваҡыт табығыҙ. Был матдәләр алмашыныуын яҡшырта, күп ашайһы килеү теләген дә кәметә. Өҫтәүенә, 400-500 калорияны ла “яндырасаҡһығыҙ”.

16.00 сәғәттә һеҙ туҡ булырға тейеш. Был ваҡытта ашау инсулин артыуын киҫәтә, төнгөлөккә иһә ашығығыҙ ҙа килмәйәсәк.

Ябығыу өсөн ас тороп интегергә кәрәкмәй.
Читайте нас: