Дим буйҙары
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Май 2019, 19:02

50-нән уҙған гүзәл заттарға кәңәштәр

Илленең аръяғында тормош бармы икән, тиһегеҙме? Нисек кенә бар әле!

Ҡыҙыҡлы һәм сағыу тормош дауам итә, шулай ҙа саманы оноторға ярамай. Был уңайҙан Голливуд йондоҙо Эллен Баркинның кәңәштәре бик тә ярап ҡалыр.

1. Һеҙҙең сәс оҙонлоғо умрау һөйәге (ключица) буйынан уҙып китергә тейеш түгел.

2. Әгәр тәнегеҙ аҡ түгел икән, ҡыҙыл помада һеҙгә килешмәҫ. Ул ҡартайтып күрһәтә.

3. Әгәр берәй сараға барһағыҙ, зәңгәр джинс туҡыманан тегелгән кейем кейергә кәрәкмәй (ә бына ҡара джинс ярап ҡуйыр).

4. Теҙҙәрегеҙҙе асмағыҙ. 20 йәшлек ҡыҙҙар менән ярышырға тырышмағыҙ. 40 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы сисенеп йөрөүҙә түгел, ә стилендә.

5. Һис ҡасан да бретелькалы әйбер кеймәгеҙ!

6. Мини юбкалар тыйыла. Ҡыҫҡа юбканы ҡара колготки менән генә кейергә ярай.

7. Ҡасандыр һеҙгә яраҡлы булған мода трендтарын кейем-һалымда ҡулланмағыҙ.

8. Эшләпәләрҙе ҡояштан һаҡланыу өсөн генә кейегеҙ. Эшләпә кейгән кеше иғтибар йәлеп итергә теләүсе кешегә оҡшаған.

9. Күп аксессуар таҡмағыҙ, ҡиәфәтегеҙ йыйнак булһын.
Читайте нас: