1. Сөгөлдөр артыҡ киң булмаған түтәлдә яҡшы үҫә.
2. Кишер тишелеп сыҡҡансы һыуҙы даими һибәләр. Шытымдары күренгәс иһә ике аҙна һыу һипмәгеҙ (көндәр артыҡ ҡоро торһа, һибергә кәрәк булыр). Ул тамырға төпкә китергә ярҙам итә.
3. Гәрсисте борсаҡ янына ултыртһаң, уңышы ике тапҡыр күберәк була.
4. Әнисте ҡояшлы урынға сәсергә кәрәк. Күләгәле урында ул хуш еҫле булмай.
5. Үҫентеләрҙе көнөнә бер-ике минут һыйпап торһаң, ул һуҙылып үҫмәйәсәк. Ҡул менән ҡалғылғас, әлеге процесты туҡтатып тора торған этилен бүленеп сыға.
6. Көндәр һыуыҡ торғанда теплицаға силәк менән ҡайнар һыу керетеп ҡуйығыҙ.
7. Кишер насар үҫһә, тоҙло һыу һибегеҙ (ун литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ).
8. Алма менән сейәне бер-береһенән алыҫҡараҡ ултыртығыҙ.
9. Бәрәңге сәскә атҡансы һыу һипмәгеҙ. Уның көсө ботаҡҡа китәсәк. Сәскә атҡандан һуң ғына һыу һибергә кәрәк буласаҡ. Шунан һуң бүлбеләре тиҙерәк үҫәсәк.
10. Кәбеҫтә күбәләгенән ҡотолоу өсөн нарат һәм шыршы энәләрен иттартҡыстан сығарығыҙ ҙа кәбеҫтәнең аҫҡы япраҡтарына һәм төбөнә һибегеҙ.