Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2019, 18:49

Донъя - ҙур көҙгө

Йәнә бер хикмәтле хаикәйәт.

– Олатай, аңлат әле, кешеләр ни өсөн бер-береһенә насарлыҡ эшләй?

– Улым, хәҙер бер риүәйәт һөйләйем, тыңлап ҡара әле, аңларһыңмы икән…

Бик боронғо замандарҙа булған хәл был. Бер батша диуарҙары көҙгөнән генә торған ҙур бүлмә эшләткән. Беренсе мәлдә, кеше үҙенең көҙгөләге сағылышын күргәс, үҙен күрәм тип уйламаған, ҡурҡып китә торған булған. Ғәжәйеп таҙа, бөхтәлек менән эшләнгән көҙгөләр иҫ киткес төүәллек менән күрһәткәндәр. Өҫтәүенә, залдың диуарҙары ҡайтауазлы булған. “Һин кем?”–тип һорағанға төрлө яҡтан: “Һин кем?”, “Һин кем?” тигән иҫ киткес күп ҡабатланған тауыш яңғыраған.

Бер ваҡыт был залга бер эт килеп кергән дә ҡатып ҡалған.

Төрлө яҡтан, өҫтән һәм аҫтан уны эттәр өйөрө уратып алған! Эт тештәрен ыржайтыуға, улар ҙа ыржайғандар. Ҡурҡып ҡалған эт өрөп ебәреүгә, улар ҙа шулай эшләгәндәр. Эт тагын да катырак өрөп ебәргән, ҡайтауаз да унан ҡалышмаған. Эт бер яҡтан икенсе яҡҡа ташланып, ныҡ итеп өрә башлаған. Көҙгөләге сағылышы ла унан ҡалышмаған.

Иртүк көҙгөлә сағылған меңәр­ләгән үле эттәр араһынан теге бәхетһеҙ этте табып алалар. Барыһы ла аптырап кала, залда эткә зыян һалырлыҡ бер генә йән эйәһе лә булмай бит! Эт бары тик үҙенең көҙгөләге сағылышы менән көрәшкән. Ниңә үлгән һуң ул?

– Аңламаным бит әле, олатай!

– Бәләкәй шул әле һин, улым. Тыңла, аңлатам. Кешеләр тик торғандан ғына һиңа ни яҡшылыҡ, ни яманлыҡ ҡыла алмайҙар.

Онотма мин әйткәндәрне! Беҙҙең менән булған хәлдәр – барыһы ла беҙҙең теләк һәм уйҙарыбыҙ, ҡылған ғәмәлдәребеҙ арҡаһында. Кемгәлер йылмайып ҡараһаҡ, ул да беҙгә йылмайып ҡарар. Инде уға насарлыҡ ҡылаһың икән, ул да һиңа шуның менән яуап бирер.


Дөнья – зур көзге ул!
Читайте нас: