Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2019, 15:09

Тоҙға йод өҫтәлә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2020 йылдан тоҙҙы йодларға тәҡдим итә. Был йод ҡытлығына бәйле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында булдырыла.

Белгестәр әйтеүенсә, беҙҙең илдә йодланған тоҙҙо бик аҙ кешеләр генә ҡуллана. Медицина фәндәре докторы Зәкиә Тереғолова:

- Әгәр ҙә беҙ йодланған тоҙ ҡулланһаҡ, йод проблемаһы кәмер ине. Бер үк ваҡытта йод ҡытлығы булһа, витаминдар етешмәһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа күкрәк яман шеше барлыҡҡа килергә мөмкин. Шулай уҡ, зиһен түбәнәйеүе лә йод етешмәүгә бәйле.

Бихисап илдәрҙә һатыуға йод ҡушылған тоҙ ғына сығарыла.
Читайте нас: