Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2019, 13:29

Төҫ һәм холоҡ

Һәр кеше ниндәй ҙә булһа бер төҫкә өҫтөнлөк бирә. Нығыраҡ ярата ул уны. Кейемендә, өйөндә күберәк ҡуллана, хатта машинаһын шундай төҫтә һайлай. Ваҡыт үтеү менән ул үҙгәрергә лә мөмкин, нисек кенә булмаһын кешенең “үҙ төҫөнә” ҡарап, уның холоҡ-фиғелен, хис-тойғоларын самаларға була.

Аҡ - барлыҡ төҫтәрҙең синтезы булараҡ, “идеаль” төҫ һанала. Был төҫкә ике яҡлап ҡарарға була: бер яҡтан ул яҡтылыҡ бирә, икенсе яҡтан һалҡынлыҡ төҫө. Был төҫкә төрлө холоҡло кешеләр өҫтөнлөк бирергә мөмкин, ул береһен дә үҙенән этәрмәй.

Ҡара - ышанмаусанлыҡ төҫө. Ҡара кейемгә өҫтөнлөк биреүселәр тормошто күңелһеҙ, ҡараңғы төҫтә күрә, үҙ-үҙенә ышанмай, депрессияға бирелергә мөмкин. Ҡара кейемде башҡа төҫкә алыштырһа, был кеше күңел төшөнкөлөгөнән сыҡҡан тигән һүҙ. Ә йыш ҡына ҡара төҫ һайлау кешенең кризис хәлендә булыуын аңлата. Яратыуға мохтаж балаларҙың һүрәттәрендә ҡара төҫ өҫтөнлөк итергә мөмкин, ти психологтар.

Көлһыу - аҡыллы, етди кешеләрҙең яратҡан төҫө. Шулай ук нейтраль төҫ. Ғәҙәттә, уны үҙенә иғтибар йәлеп итергә теләмәүселәр һайлай. Еңел холоҡло кешеләргә иһә был төҫ оҡшамай. Йыш ҡына көлһыу төҫтө тирә-яҡтағы негатив кәйефтән һаҡланыу өсөн файҙаланалар.

Ҡыҙыл - дәрт төҫө. Был төҫтө яратҡан кеше ҡыйыу, аралашыусан, ҡыҙыу холоҡло. Ә был төҫ кемделер ҡуҙғыта, улар бәхәстән ҡурҡа, яңғыҙ ҡалырға тырыша. Ерәнеү хисе уятһа – физик һәм психик хәлһеҙлекте аңлата.

Һоро - аяғында ышаныслы баҫып торған кеше һайлай. Был төҫкә өҫтөнлөк биреүселәр ғаиләнең, йолаларҙың ҡәҙерен белә, ябай бәхеткә ынтыла. Шул уҡ ваҡытта бындай төҫ менән артыҡ мауығыу физик хәлһеҙлеккә ишара итә. Һоро ҡара төҫ кеүек йыш ҡына кире ҡағыла.

Күк - тыныслыҡ төҫө, баҫынҡылыҡ билдәһе. Ундай кешегә йыш ял итергә кәрәк, сөнки ул тиҙ арый. Уның өсөн ышаныс тойғоһо мөһим. Был төҫтө яратмаған кешеләр бөтөнөһөн дә эшләй алам тигән тойғо ҡалдырһа ла, ысынында йомоҡ һәм үҙ-үҙенә ышанмай торған кеше булырға мөмкин. Ауырығанда был төҫкә мохтажлыҡ арта.

Йәшел - тәбиғәт, тормош, яҙ төҫө. Уға өҫтөнлөк биреүселәр башҡа кешенең йоғонтоһонан ҡурҡа, үҙ-үҙенә ышанысын арттырырға тырыша. Был төҫтө яратмаусылар ауырлыҡтан, проблемаларҙан ҡурҡа. Йәшел төҫтә йәшерен энергия бар.

Кешенең психологик үҙенсәлеге хаҡында башҡа төҫтәр ҙә һөйләй ала. Шулай итеп, ҡыҙыл-һары – интуицияға эйә һәм хыялланырға яратыусы кешеләрҙең яратҡан төҫө.

Алһыу - барлыҡ тереклек һәм тормош төҫө. Мәрхәмәтле булыу һәм яратыу мөһимлеген һөйләй. Был төҫтө яратҡан кешеләр ваҡ-төйәк өсөн дә борсола.

Шәмәхә төҫөнә өҫтөнлөк биреүселәр таянысҡа, ярҙамға мохтаж.

"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас: