Дим буйҙары
+15 °С
Болотло
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
30 Май 2019, 12:17
Мул уңыш алыу серҙәре
Йәшелсәләрҙән мул уңыш алам тиһәң, әлеге кәңәштәргә ҡолаҡ һал.
– Барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатырь спирты һибергә (10 литрга 2 аш ҡалағы);
– шулай уҡ йәшелсәләр сүпрәне лә бик ярата. 100 грамм сүпрәне 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
– сөгөлдөр татлы булһын өсөн, тишелеп сыҡҡас һәм һирәкләгәс аш тоҙо иремәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
– помидорҙарҙы фитофторозадан һаҡлау өсөн һөт йәки эремсек һыуына бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк. Йәй буйына бер нисә тапҡыр ҡабатлаһаң, яҡшыраҡ;
– помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
– һуған көпшәкләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иремәһенә һалып торорға кәрәк. Бер литр һыуға бер сәй ҡалағы сода алына;
– иртә яҙҙан еләктәргә марганцовка иретмәһе һибергә, ә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе. 10 литр һыуға – 10 тамсы;
– йодлы һыуҙы шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. ул башлана башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға – 40 тамсы. Һәр төп кәбеҫтәгә бер литр иретмә кәрәк.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Май , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Май , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Май , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"