Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Май 2019, 17:05

Йыйырсыҡтарҙы нисек булдырмаҫҡа

Ғалимдар йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүҙең яңы версияһы тураһында һөйләйҙәр. Йыйырсыҡтарҙың бигерәк тә гүзәл заттарҙы борсоуы мәғлүм.

Ғәлимдар фекеренсә, бауырҙағы май күҙәнәктәренең концентрацияһы туранан-тура ҡартайыу менән бәйле икән. Бауыр күҙәнәктәрендә ламин аҡһымын арттырғанда йыйырсыҡтар килеү процесын тотҡарлап була. Ғалимдар был өлкәлә яңы технология өҫтөндә эшләйҙәр.

Бауыр сәләмәтлеген һәм уны май ҡатламы баҫыуҙан һаҡлау өсөн диета тоторға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Табиптар бигерәк тә алма, авокадо, грейпфруттар ашарға ҡуша. Сөнки был емештәрҙә файҙалы витаминдар һәм антиоксиданттар күп.

Шулай уҡ куркума менән дә дуҫ булырға кәрәк. Ул организмда үт ҡыуҙырыу процесын көсәйтә. Ә бына шәкәр ҡомо һәм тоҙҙо, киреһенсә, аҙыраҡ ҡулланырға кәрәк, тиҙәр.
Читайте нас: