Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2019, 13:43

Витаминдар хазинаһы

Йәй. Баҡсала, емеш-еләк, йәшелсә өлгөрә. Уларҙың һәр береһе тиерлек тәбиғи витаминдар хазинаһы. Мәҫәлән, йәшел һуған.

Тәү ҡарауға әллә ни әһәмиәтле күренмәһә лә, ғәжәп файҙалы. Ул 93 процент һыуҙан тора, ҡалған ете проценты - кеше организмы өсөн кәрәкле витаминдар һәм минералдар. Унда А, С, Е, В витаминдары, калий, натрий, селен, тимер, цинк, магний, фосфор, кальций күп.

Йәшел һуған организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, һалҡын тейгәндә ярҙам итә, холестеринды кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта, тешкә файҙаһы ҙур. Антибактериаль һәләткә эйә булыу сәбәпле, ауыҙҙағы зарарлы микроорганизмдарҙы кәметә, стоматитты дауалай.

Йәшел һуғанда цинк күп, шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив системаһына уңай йоғонто яһай. Сәс, тырнаҡ, тире торошон яҡшырта.

Фолий кислотаһына бай булыу сәбәпле, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға ла шифалы. Хроник гастрит, ашҡаҙан, астма, гипертония, аллергия, үпкә ауырыуынан сирләгәндәргә йәшел һуған ашарға кәңәш ителмәй.
Читайте нас: